Башҡортостан10.10.2015
Башҡортостан — изге тупрағыбыҙ,
Аяҙ, яҡты һинең таңдарың.
Талдарыңдан ҡара ҡандар түгел,
Тама хәҙер татлы балдарың.

Башҡортостан! Балҡып тораһың һин
Нурҙарыңда илле ҡояштың...
Төйнәлдәрҙән сығып, уйың менән,
Буйың менән күккә олғаштың.

Башҡортостан — алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И, кешеләр! Затлы шул бәхетте,
Ҡәҙерен белеп, һаҡлап тотоғоҙ.


Вернуться назад