Ҡырмыҫҡалы хеҙмәтсәндәренең ғәҙәте бер — төрлө тарихи даталарҙы һәм байрамдарҙы яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары менән ҡаршылап, уны артабан үҫтерә, нығыта барыу. Был ҡанға һеңеп, тотош районға хас традицияға әйләнгән. Бына Республика көнөн һәм райондың 85 йыллығын да иҫтә ҡалырлыҡ, артабан да ышанып дауам итерлек эштәр менән билдәләне улар. Яҡташтарымдың үҙҙәренең дә, байрамға саҡырылған ҡунаҡтарҙың да кәйефтәре берҙәй күтәренке булды.
Оло ҡунаҡтарҙы район сигендә ҡаршылап, улар менән бергәләп яңы төҙөлгән объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу тантаналарынан башланып китте был көтөп алынған сәғәттәр. Шуларҙың иң тәүгеһе Сихонкин ауылында 80 урынлыҡ заманса балалар баҡсаһы булды. Күптән көтөлгән баҡса балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә — ҙур ҡыуанысы. Һәр кемдең күҙендәге, йөҙөндәге шатлыҡты һөйләп тә бирерлек түгел, улар яуып торған ямғырҙы ла бар тип тә белмәне. Күҙҙең яуын алырлыҡ бина ла, уның тейешле талаптарға яуап биргән йыһаздары ла, урамдағы уйын майҙансыҡтары ла еренә еткереп эшләнгән.
Шатлығы эсенә һыймаған Ҡабаҡ ауыл Советы рәйесе Флизә Макееванан “Быйыл беренсе класта нисә бала уҡый һәм алдағы уҡыу йылына нисәү бара?” тип һорағас, ул шул һорауҙы көтөп кенә торғандай:
– Әле беренселә — 13 бала, ә киләһе йыл 21 буласаҡ, — тине.
Артабан ҙур тарихи ауыл — заманында район үҙәге булған Боҙаяҙға йүнәлдек. Бында ҙурыраҡ тантана көтә. Емельян Пугачевтың бригада полковнигы, Салауат Юлаевтың тоғро көрәштәше, үҙ ваҡытында ошо ауылда мулла булған Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асыласағын һәр кем белә ине. Ауылдың уртаһында, асыҡ күренеп торған түрҙән урын һайланған уға. Уң ҡулына Ҡөрьән тотҡан, алдына ҡылыс һалған уйсан Ҡәнзәфәр Усаев тере көйө уйланып ултырғандай тойолдо.
Һәйкәлдең авторҙары Рәсәй Федерацияһы Советы ағзаһы, юридик фәндәр докторы, профессор, шағир һәм скульптор Рафаэль Зинуров һәм билдәле Өфө скульпторы Хәлит Ғәлиуллин үҙҙәре лә килгәйне оло тантанаға.
Һәйкәлде асыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, һәйкәл авторҙары, Боҙаяҙ ауыл Советы рәйесе Илдар Латипов һәм ауыл халҡы тулҡынланып сығыш яһаны. Мин дә легендар яҡташыма һәйкәл асылыуға шиғыр менән яуап бирмәй булдыра алманым:
Ҡылыс алып атҡа атланыуың
Мулла өсөн сәйер күренә.
Һин мулла ла һәм яугир ҙә булып
Инеп ҡалдың күңел түренә.
Күңелдәрҙә ҡалдың мәңгелеккә
Батыр улы булып халҡымдың.
Бөгөн көн битендә һәйкәл булып
Тағы юғарыраҡ ҡалҡындың.
Беҙҙә тыуып, күптәр кеше булған,
Күптәр килеп кеше булғандар.
Яҡшы ергә күптәр эйәләшкән,
Шуға беҙгә килеп тулғандар.
Һин Усаев олатай ҙа, шулай
Ошо ергә килеп еректең.
Кеше күңелдәрен яҡтыртырға,
Яҡшы кешеләргә беректең.
Боҙаяҙҙың боҙон ғына түгел,
Туңған күңелдәрҙе иреттең.
Изге хыял менән дин индереп,
Һәр күңелгә йылы кереттең.
Аҙан һымаҡ яңғыраны һиңә
Салауаттың яуға ораны.
Һин мәсеттән яуға күтәрелдең,
Ир намыҫы шуны һораны.
Салауатҡа һәр саҡ тоғро булып,
Тоғро булып иман-динеңә,
Ғәскәр баштарында күрҙең барын,
Ни төшһә лә һинең иңеңә.
Ергә хаҡлыҡ килһен, ҡылыстар ҙа
Һурылмаһын тиеп, ҡыуан да!
Мең ғазаплы ғүмер кисерҙең һин
Утыҙ йылға яҡын зинданда.
Ейәндәрең күптән тотондолар
Хыялыңдан ғәмәл ҡорорға.
Үҙең һағындырып ҡайтып төштөң
Торған ерҙә мәңге торорға,
Боҙаяҙҙа мәңге торорға!
Тантанала Өфөләге Ҡырмыҫҡалы яҡташтар ойошмаһы рәйесе, республика Журналистар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев, ошо ауыл ҡыҙы, шағирә Дилә Булгакова, ветеран-журналист Миҙхәт Рәжәпов тулҡынланып-шатланып һүҙ әйтте. Миҙхәт Рәжәповтың:
– Ҡәнзәфәр Усаев ошо төбәктән генә Салауатҡа ҡушылырға мең кеше алып киткән, — тигән һүҙҙәре геройҙың оло абруйы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләй.
Бынан һуң шатлыҡлы ваҡиғалар тағы ла дауам итте. Ҡырмыҫҡалы ауыл Советының яңы бинаһы, балалар өсөн йыл әйләнәһенә эшләйәсәк ике спорт майҙансығы асылды.
Иң ҙур байрам тантанаһы халыҡ менән шығырым тулы район мәҙәниәт һарайында уҙҙы. Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Эмилия Абдуллина Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район эшсәндәрен ике оло байрам менән ҡотлап, төбәктең уларҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылауы хаҡында доклад менән сығыш яһаны. Ул шулай уҡ тиҫтәләгән хеҙмәт алдынғыһына бүләктәр, премиялар тапшырҙы.
Байрам саралары бөгөн дә, ғәҙәт буйынса, уңыштарҙы барлау, яңы төҙөлөш объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, уларҙы асыу рәүешендә дауам итә. Ҡырмыҫҡалыларҙың ғәҙәте шундай. Улар традицияға тоғро ҡала.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.