БАШҠОРТ ИЛЕ10.10.2015
Ҡайҙа – аҙан, һыуҙа – һаҙан,
Усаҡтарҙа ҡайнай ҡаҙан –
Шунда башҡорт.
Йөҙө – нурлы, иле – муллы,
Табынында бисмиллалы
Һыйлы аш-ҡот.
Иманым тип, ил-ғәмем тип
Ҡанын ҡойған, йәнен ҡыйған –
Аҙаны шул.
Йәйрәп ятҡан тау-далаһын
Иңләп аҡҡан йылғаларҙың
Һаҙаны мул.
Ни мосафир изге уйҙан
Тупһабыҙҙан аша уҙһа –
Ҡаҙан әҙер,
Бабаларҙан шул рәүештә
Йәшәргә тип, эшләргә тип
Ҡалған нәҙер.
Донъяларҙа беҙ юғалған
Ҡәүем түгел, әүен түгел –
Кәмһенмәйбеҙ,
Сит малына, байлығына,
Әллә кемдең ер-һыуына
Ымһынмайбыҙ.
Шөкөр, тибеҙ: тулы – ҡаҙан,
Һыуҙа – һаҙан, моңло – аҙан,
Ныҡлы биле;
Иман сәсһен, дуҫ күбәйтһен,
Торған ерен ожмах итһен
Башҡорт иле!