Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң!09.10.2015
Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң! Башҡортостанда мәҙәни саралар бик күп үтә. Бейеү, йыр, кино сәнғәте буйынса ла халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙе юғары марка тотоп уҙғарып ебәрә белгән төбәк беҙ. Вокал буйынса барыбер башҡортҡа етеп йырлай алғандар һирәк тигән һығымтаға килеп ҡайта инем. Ҡаҙаҡтар, тывалар – шәп йырсылар. “Башҡорт йөрәге” тип аталған хореография фестивале әле лә хәтерҙә тора: ысынлап та, башҡорттоң йөрәге бейей, шуға уның энергетикаһы тотош залға тарала, уға эйәреп бейергә төшөп китке килә. Кино сәнғәте тураһында ла оҙон-оҙаҡ һөйләргә була, әммә шуныһы көн кеүек асыҡ: беҙ булған потенциалды файҙалана белмәйбеҙ. Һәр яҡлап: профессионалдарҙы ла, республика байлығын да, булған, тыуҙырылған мөмкинлектәрҙе лә. Ҡуй, эсемде бошороп һөйләп тә тормайым, Салауат, Алдар батыр, Зәки Вәлиди кеүек шәхестәре булған милләт киноһыҙ йәшәһен әле! Киләһе йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин кино сәнғәтенә бағышларға ниәтләй. Бәлки?!
XI Халыҡ-ара төрки шиғриәте фестиваленә юлланғанда ла “Башҡалар бөгөн нисек ижад итә икән?”, “Улар янында беҙ нисек күренәбеҙ?”, “Был сараның кәрәге бармы?”, “Тәржемәселәр мәсьәләһенә нисек ҡарайҙар икән?” тигән һорауҙарымды муҡсама һалып алдым.

“Шағирҙар баҫты Ҡазанды”

Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң!Халыҡ-ара төрки шиғриәте фестивале беренсе тапҡыр 1992 йылда Төркиәнең Яҙыусылар союзы инициативаһы менән Бурса ҡалаһында ойошторола. Ике йылға бер тапҡыр ҡәләм оҫталарын уртаҡ майҙанда туплаған байрам Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Франция, Ҡырым, Македония, Азербайжан, Косово, Кипр һәм Ҡырғыҙстанда бер миҙгел пропискаға ингән. Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың һүҙ­ҙәре менән әйткәндә, Ҡазанды шағирҙар баҫты. Фестивалдә Башҡортостан, Татарстан, Төркиә, Ҡарасәй-Балҡар, Алмания, Ҡырым, Иран, Ираҡ, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Косово, Азербайжан, Хакасия, Алтай, Голландия, Македония, Дағстан, Төркөстан, Сыуашстан, Грузия (Гөржистан, тиҙәр төрөктәр, ҡыпсаҡ тип танытты үҙен был төбәктән ҡатнашыусы) кеүек төрки милләттәр йәшәгән төбәк­тәрҙән 100-гә яҡын шағир ҡатнашты. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы исеменән Хисмәтулла Юлдашев, Тамара Юлдашева, Гөлнара Хәлфетдинова, Фәнил Бүләков һәм мин сығыш яһаныҡ. Эйе, был сараның төп маҡсаты – төрки телдәрҙә ижад иткән әҙиптәрҙе бергә йыйып, үҙ-ара аралашыу майҙаны булдырыу, тәржемә аша ижади офоҡтарҙы киңәйтеү. Шуныһын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: беҙ төрлөбөҙ, беҙ төркибеҙ, әммә һәр шағир – иң тәү сиратта үҙ халҡының хеҙмәтсеһе. Шуның менән дә һәр халыҡ, һәр тел, һәр төр һүҙ сәнғәте донъя өсөн ҡыҙыҡлы. Ябай ғына итеп әйткәндә, аҡландағы сәскәләр төҫлө: беҙ бит, нисек кенә матур булһа ла, йәм-йәшел үлән үҫкән баҫыуҙың күркәмлеген ҡай саҡ күрмәйбеҙ ҙә, ә бына төрлө төҫтәрҙә балҡыған болон шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ярай, быныһы ижади сағыштырыу ғына.
Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң!XI Халыҡ-ара төрки шиғриәте фестивален асыу тантанаһы өсөн Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театры һайланғайны. Күркәм залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Башҡортостандан сыҡҡан әҙиптәр, халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, Ғ. Туҡай бүләге эйәһе Рәдиф Ғаташ, шағирә Фирҙәүес Бәшированы күреп беҙ ҡыуанһаҡ, улар ҙа яҡташтары менән осрашыуға шат ине. Тантана Татарстан­дың күренекле шәхестәрен бында туплағандыр, моғайын. Йола буйынса шулай ойошторола икән: ҡайһы төбәктә үтеүенә ҡарап, шул милләттең шәхестәре хөрмәтләп иҫкә алына. Төркиәнең Ҡазан­дағы баш консулы Турхан Дилмач шиғыр ҡорона йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрик итеп, сараны ойоштороуға күп көс һалған Төркиә Яҙыусылар союзына, Татарстандың Мәҙәниәт министрлығына, урындағы Яҙыусылар союзына рәхмәтен белдерҙе.

“Ике һүҙҙән аңлармын”

Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң!Төркиәнең Яҙыусылар союзы ағзаһы, профессор, ғалим Мәхмәт Доғандың сығышы ҡыҙыҡлы булды. “Беҙ бала саҡтан Туҡайҙы белеп, уҡып үҫтек. Шағирҙарҙың аңлы сәйәсәте дәүләтте тотоп тора. Ошо сараны башлап ебәреүгә күп көс һалған Төркиә Хөкүмәте ҡарамағындағы фондҡа, шулай уҡ бөгөнгөһөн үткәреүҙе ойошторған хужаларға рәхмәт!” – тине ул. Юныс Әмренең шиғыры менән сығышын башлаған фән әһеле Асман импе­рия­һының хакимы Сөләймәндең әҫәре менән тамамлап ҡуйҙы. Бәндәләрҙең күңел торошона тәьҫир итә алған һүҙ оҫталарының әҫәрҙәре тураһында Интернет селтәре аша, урыҫ телендә уҡылған мәҡәләләргә таянып ҡына фекер йөрөтә алам. Сөнки, бер шиғырымдағыса, аңламаҫ мине төрөктәр, булһаҡ та беҙ төркиҙәр, тигән кеүек, ысынлап та, төрөк телен тота килеп шунда уҡ төшөнә башлау мөмкин. Ҡайһы бер һүҙҙәргә тәржемә лә кәрәкмәй, әммә һөйләмдәр унан ғына тормай шул.
Башҡорт теле Алтай телдәренең төрки тармағындағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң Волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Фестиваль барышында ла шуға иғтибар иттем: башҡалар ҙа башҡортто бик үк төшөнөп бармай. Татар яҙыусылары менән, әлбит­тә, тылмасһыҙ аралашып була. Ҡумыҡ, ноғай әҙиптәренең теле беҙҙекенә бик оҡшаш. Улар хатта йөҙгә беҙгә тартым: тыйнаҡ, яулыҡлы ноғай ҡыҙы Айнара Түлебаеваны, әйтерһең, Әбйәлил районында күргәнем бар һымаҡ та булып китә.
Төркиә Яҙыусылар союзы рәйесе, профессор, яҙыусы Хижаби Ҡырлангыч сараға йыйылған әҙиптәрҙе шулай уҡ байрам менән тәбрикләне һәм шиғри күстәнәс менән һыйланы. Татарстандың Дәүләт Советындағы Мәҙәниәт, белем, мәғрифәт һәм милли мәсьәләләр комитеты етәксеһе, халыҡ шағиры Рәзил Вәлиев: “Әгәр төрки телле шағирҙар бер-береһен аңламай икән, халыҡтарҙың бер-береһен төшөнөүе мөмкин дә түгел. Берҙәмлек беҙҙе көслө итә!” – тип тамамланы һүҙен. Төрки милләттәр донъяның бөтә ҡитғаһында йәшәй, әгәр улар көн иткән урындарҙы барлап сыҡһаң, тотош Ер шарын урап сығырға тура килер ине. Эйе, телдәрҙең уртаҡлығы бик һиҙелә, әммә, алда әйткәнемсә, тылмас кәрәк урындар ҙа юҡ түгел.
Татарстандың мәҙәниәт министры ярҙамсыһы Гүзәл Ниғмәтуллина менән Ҡазан федераль университетының филология һәм мәҙәниәттәр араһындағы бәйләнеш институты етәксеһе Рәдиф Замалетдинов та үҙ сығыштарында төрки халыҡтарының берҙәмлеге, ижади эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барҙы.
Алтай Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Иван Белеков үҙ төбәгендәге халыҡтың да шиғри һүҙгә маһирлығына баҫым яһап: “Орхон-йәнәсәй яҙмаларын беҙ ЮНЕСКО ярҙамында Бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индерергә уйлайбыҙ. Һәр халыҡтың ундай әҫәрҙәре бар”, – тине. Ул сығышын шулай уҡ шиғри юлдар менән тамамланы:
Иҙел тигән һыу булһа,
Ике сумһам кисермен;
Итәгендә ил булһа,
Ике һүҙҙән аңлармын!
Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң!Юҡҡа ғына “шағирҙар йөрәк телендә һөйләшә”, тимәгән, күрәһең, классик. Ул был шиғыр юлдарын алтай телендә әйтһә лә, аңлашылып торҙо. Кешеләр бер-береһе менән күңелен асып әңгәмәләшһә, ысынлап та, тел үҙенсәлеге лә тойолмаймы икән әллә?
Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе, драматург, тәржемәсе Рәфис Ҡорбан тарихтағы төрки мөнәсәбәттәр, татар халҡының бөйөк шағиры Туҡай хаҡында кинәйәле һүҙ тотто. Эйе, Туҡай хаҡында күптәр хәбәрҙар бында. Башҡорт халҡы өсөн дә был исем үҙ һәм ғәзиз! Мәҫәлән, шәхсән үҙем дә бала саҡтан “Туған тел” шиғырын ятлап ҡына түгел, әсәйем башҡарыуында тыңлап үҫтем. Ысынлап та, шиғыр илаһи бер тылсым инде! Әгәр ул күңелеңә үтеп инһә, шағирҙың милләтен ҡарап тормайһың. Ҡаҙаҡтарҙың Олжас Сөләймәнов кеүек шағирын урыҫ телендә уҡыйым, әммә барыбер күсмән ҡаҙаҡ холҡон күрәм. Был байрамға ла ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙ килгәйне. Билдәле ҡаҙаҡ аҡыны Ғалым Жайлыбай, шағирә Танагөз Ильясова һәм уның ире, шағир Даурен Берикғазиулы милләте исеменән сығыш яһаны. Боронғо замандарҙан уҡ аҡындарының аҫылы менән дан тотҡан ҡаҙаҡ халҡы бөгөн дә шиғыр менән йәшәй. Ғалым урта быуын вәкиле булһа, Танагөз менән Даурен – яңы заман һулышын алып килгән йәштәр.
Шиғыр мәжлесен төбәк вәкилдәре менән бергә Татарстандың сәнғәт әһелдәре сығышы дауам итте. Кемеһе сәхнәгә сыҡһа, шуның тыумышы – Башҡортостандан.
Шағирҙар ниндәй аҫыл телдә һөйләшә! Халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин башҡорт шағиры Риф Тойғонға һәм татар шағиры Ғосман Садагә арнап шиғыр уҡыуы был ике милләттең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүен тағы ла бер тапҡыр күрһәтте. Ринат Харистың, Илфаҡ Ибраһимовтың һүҙен йотлоғоп тыңланыҡ беҙ.
Төркиә архивтарында Инандың бик күп хеҙмәттәре һаҡлана?!

Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң!Төркиәнән фән докторы Явиз Аҡпинар­ҙың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты миндә. Ул татар шағиры Ғабдулла Туҡай тура­һында Төркиәнең матбуғат баҫмаларында һаҡланған мәғлүмәттәр тураһында оҙаҡ һөйләне. Архивтарҙағы материалдарынан видеорәт тә күрһәтелде. Шағир вафат булғас, “Төрк сүзе” журналында уның хаҡында мәҡәлә һәм бер шиғыры донъя күргән. Зәки Вәлидиҙең уҡыусыһы Фуат Көпрүлү (Күперле) лә уның тураһында күп яҙған.
Төрөк ғалимы тағы ла бер нәмәгә ҙур иғтибар бүлде: “Ғосман архивтарында баш­ҡорт Абдулҡадир Инандың бихисап хеҙмәттәре һаҡлана. Ундағы материал­дар­ҙы бер йыйынтыҡ итеп тә сығар­ғайнылар, әммә был ғына аҙ. Иғтибар етмәй уның эштәренә”. Беҙҙең баҡсаға таш түгелме был, милләттәштәр? Беҙ һаман үҙебеҙҙең ғалимдарыбыҙҙың эшмәкәрлеген баһалап бөтмәйбеҙ түгел­ме? Әйткәндәй, төрөк ғалимдарының кемеһе сығыш яһаһа ла, теленән мәшһүр Зәки Вәлидиҙең исемен төшөрмәй. Уйланырға урын бар бында. Был ике шәхестең ғилми, ижади хеҙмәттәренә беҙ тейешенсә илтифат итәбеҙме икән?
Ризаитдин Фәхретдиновтың төрөк шәхесе Әхмәт Миҙхәт тураһында яҙған мәҡәләһен дә телгә алды сығыш яһаусы. Ике миллионлыҡ башҡорт халҡының төрки донъяһына танылған шәхестәре бик күп. Улар үҙҙәре үк хеҙмәттәре менән милләте тураһында һөйләп тора. Бөгөн дә төрки донъяға танытырлыҡ шағирҙарыбыҙ, ғалимдарыбыҙ бар бит!

Шиғриәт секцияларында

Ғабдулла Туҡай клубында өс шиғыр фасылы – секцияһы эшләне: Рәми Ғарипов, Солтан Сөләймән, Рәшит Рәхмәти Арат. Әлбиттә, береһе башҡорт шағирының исеме менән аталыуы бик ҡыуаныслы булды. Ундағы сығышты башҡорт шағирәһе Гөлнара Хәлфетдинова башлап ебәрҙе. Ҡайһы бер һүҙҙәр, фекерҙәр аңлашылып тороу менән бергә, шиғырҙың моңо ла ошонда уҡ тойолоп тора. Ҡаҙаҡ шағиры Ғалым Жайлыбайҙың “Ҡаратауҙан ҡош ҡоланы” шиғыры тап ана шулай эске аһәңе менән тәьҫир итте лә инде. Танагөз Ильясова һәм уның ире, шағир Даурен Берикғазиулының сығыштары ла ҡыҙыҡлы булды. Әйткәндәй, Танагөз дүртенсегә ауырлы булыуға ҡарамаҫтан, был шиғри ҡорҙо ҡалдырмаған. Ул Ҡаҙағстанда әҙәбиәт тураһында тапшырыуҙар алып бара икән.
Килә борон-борондан, шағирҙарҙың ҡоронан... Милли аһәң! Шағирә Тамара Искәндәриә, шағирҙар Фәнил Бүләков, Хисмәтулла Юлдашев Рәшит Рәхмәти Ара шиғыр фасылында менде сәхнәгә. Командировкалары башҡа яҡҡа төшөү сәбәпле был форумда ҡатнаша алмаған башҡорт шағирҙары Салауат Әбүзәр менән Әхмәр Үтәбай ҙа бар ине исемлектә. Ярай, киләсәктә уларға ла шиғыр майҙанында төрки ҡәрҙәштәр менән осрашырға насип булһын!
Туҡай бүләге лауреаты Рәдиф Ғаташ төрки донъяһына бағышлап уҡыған шиғырын яҙырға башҡорт ғалимы Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”е этәрҙе тине. Ҡырғыҙ шағирҙары Нарһылыу Гургуваева, Алтынбек Исмаилов йәштәрҙең төрлө стилдә, яңыса фекерләп ижад итеүе хаҡында әйтте. Әлбиттә, уларҙы күреү менән үҙенән-үҙе атаҡлы Сыңғыҙ Айытматов иҫкә төшә. “Манас” эпосын тыуҙырған милләттең бөгөнгө вариҫтары ла лайыҡлы сығыш яһап, башҡа ҡунаҡтарҙан үҙҙәренең үтә лә баҫалҡы, тыйнаҡ булыуы менән айырылып торҙо.
Әйткәндәй, ирекле ижад, верлибрҙар яҙыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, сыуаш шағирәләре менән аралашыу хаҡында ла һөйләп китәйем. Донъяға билдәле сыуаш шағиры Айги бер мәл күңелемә шундай тулҡын менән килеп ингәйне, хатта асыҡтан-асыҡ үҙе менән һөйләшеүе, донъяның һәр биҙәге менән әңгәмәләшеүе таң ҡалдырғайны. Миңә Айгиҙы шағир Ғилман Ишкинин асҡайны. Аҙаҡ “Шоңҡар” журналында әҙибә Гөлсирә Ғиззәтул­линаның яҙмаларын уҡып тетрәндем. Беҙҙә лә бар Айги кеүек уҡыусыһын ижадташ иткән яҙыусылар: шул уҡ Ғилман Ишкинин, уға тиклем Шамил Анаҡ, йәнә Азамат Юлдашбаев, Лилиә Сәғиҙуллина.
Людмила Николаева менән Альбина Юратуҙан уның хаҡында һорашам. Улар икеһе лә башҡорт уҡыусыһына билдәле сыуаш шағирәһе Сәрбиҙең һеңлеләре булып сыҡты. Айгиҙы тыуған яғында бик хөрмәт итәләр икән. Уның менән аралашып йәшәгән Альбина шағирҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ла ҡатнашҡан. Бала сағынан сыуаш телендә ижад итеп, йылдар үткәс шиғриәт үҙенең асылы икәнен тойған шағир М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. Бик күп телдәргә тәржемә ителгән уның әҫәрҙәре. Ғүмере буйы Мәскәүҙә йәшәһә лә, ул үҙенең теләге буйынса тыуған ауылына алып ҡайтып ерләнгән. Мәктәп бөгөн шағир исемен йөрөтә. Уның юлын дауам итеүселәр бар, тип әйтеп булмай сыуаштарҙа. Альбина, мәҫәлән, үҙе йыр текстары яҙыу буйынса махсуслашҡан. Бик күп заказдар килә, кемгә, ҡасан, нисек яҙып өлгөрөргә белмәйем, ти ул. Бөгөн тап йыр сәнғәте айырым бер күтәрелеш кисергән осор икән уларҙа, аңлауымса. Ә Людмила Николаева балалар өсөн әҫәрҙәр яҙа. Уның болот тураһындағы шиғыры барыһына ла оҡшаны. Мәктәптә балалар уҡытҡан шағирәнең яҙғандарында сабыйҙарса сафлыҡ, ябайлыҡ бар.
Фестиваль булдырған Рәми Ғарипов исемендәге премия ла тапшырылды. Башҡорт шағиры хөрмәтенә булдырылған бүләккә үзбәк шағиры Фәхрийәр лайыҡ булды. Фәхрийәр (Фәхретдин Низамов) – үҙ илендә билдәле шағир һәм тәржемәсе. 1963 йылда Сәмәрҡәнд өлкәһенең Сангиджуман ҡышлағында тыуған, бөгөн Ташкентта йәшәй. А. Науаи исемендәге Сәмәрҡәнд университетының үзбәк филологияһы факультетын тамамлаған. Өс шиғри, бер публицистик йыйынтыҡ авторы. Үҙ ерендә генә түгел, бик күп төрки телле илдәрҙә баҫыла әҫәрҙәре. Башҡорт шағиры исемендәге премияға лайыҡ булыуын ул тулҡынланып, бик ҡыуанып ҡабул итте. Рәми ағайҙың үҙенең дә үзбәк шағирҙарын тәржемә иткәне булған. Бәлки, киләсәктә Фәхрийәр ҙә Рәми Ғариповты үҙ телендә яңғыратыр. Ғабдулла Туҡай, Сөләйман Солтан исемендәге премиялар Ҡырым, Төркиә шағирҙарына бирелде.

Туҡай иле буйлап сәйәхәт

Дүрт көн барған фестивалдә төрки шағирҙары Татарстан Яҙыусылар союзындағы, Төркиәнең Ҡазандағы генераль консуллығындағы әҙәби кисәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Туҡай, Дәрдмәнд, Һаҙый Таҡташ, Муса Йәлил, Хәсән Туфан, Ғәбдрәхим Ибраһим, Фәтих Кәрим, Сөләймән Солтан, Мәхмүт Акиф Эрсой, Рәшит Рәхмәти Арат кеүек шағирҙарҙың ижадына арналған әҙәби салондарҙа фекер алышты. Ҡол-Шәриф, Ш. Мәржәни исемендәге боронғо мәсеттәргә, Волга буйлап Болғар ҡаласығына сәйәхәт, Ҡазандың иң йәмле урындарын күреү төрлө төбәктәрҙән әҙиптәрҙең күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырыр, моғайын.
Аҙаҡҡа тиклем йөрөй алманым Өфөлә эштәр килеп сығыу сәбәпле. Шағирә Гөлнара Хәлфетдинова аҙаҡ бына нимә яҙҙы: “Зәки Вәлидиҙең яратҡан йыры тип иғлан иткәс, шағир Фәнил Бүләков “Илсе Ғайса”ны башҡарҙы. Барыһының да күҙҙәре йәшләнеп ултырҙы. Вәт ул матур йырлай икән! Тауыш иҫ киткес. Бөтәһе лә килеп ҡулын ҡыҫты”. Бына бит ул башҡорт егеттәре ниндәй! Кәрәк икән, йырлап ебәрә, кәрәк икән, шиғри моң менән һуғара!

Башҡорт менән татар – ут күршеләр

Эйе, бындай фестивалдәр ҡыҙыҡлы, яңы ижади офоҡтар аса. Төрки шағирҙарының бер-береһен тәржемә итеп, үҙ-ара бәйләнештәр урынлаштырырға әҙер булыуы берсә ҡыуаныслы, икенсе яҡтан икеле лә төҫлө. Нимә генә тимә, беҙгә үҙ уҡыусыбыҙҙы, үҙ телебеҙҙә уҡыған балаларҙы табыу, йәштәрҙе юғалтмау мөһимерәк, минеңсә. Бигерәк тә башҡорт, татар шағирҙарының үҙ-ара мөнәсәбәте, яҡты ихтирамы ҡәҙерле шәхсән минең өсөн. Татарстандың Яҙыусылар союзы Башҡортостан әҙиптәренә йылы мөғәмәләлә булыуы, һәр сығыштарында башҡорт әҙиптәрен телгә алыуы ҡәрҙәшлектең ныҡлығы хаҡында һөйләй торғандыр. “Ҡазан утлары” журналының 9-сы һанында башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниеваның шәлкеме сыҡҡан. Был һанды һәр делегатҡа бүләк итеп тараттылар, унда бик күп төрки телле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре баҫылған. Һәр әҙип Рауил Бикбаевты, Наил Ғәйетбайҙы, Салауат Әбүзәрҙе, Азамат Юлдашбаевты, Зөлфиә Ханнанованы һораша. Хәйер, был ике милләт яҙыусылары араһындағы ижади дуҫлыҡ, бәйләнеш элек-электән килә. Ниндәй генә киҫкен мәлдәрҙә лә ана шул тойғоно иң тәүҙә яҙыусылар һаҡларға бурыслы. Ә инде йөрәктән йөрәккә һалынған күперҙәр милләт-ара мөнәсәбәтте лә нығытырға ярҙам итер. Илдәге иң ҙур сәйәсмән – ул әҙип. Бөгөнгө заман яҙыусыларын дөрөҫ файҙаланыу маҡсатынан иғлан иткәндер ил етәкселәре Әҙәбиәт йылын! Ә әҙиптәр уны тейешенсә уҙғарамы?


Вернуться назад