Тынлыҡтарҙы тыңлай белһәң, Унда — бөгөн, үткән дә09.10.2015
Тынлыҡтарҙы тыңлай белһәң,  Унда — бөгөн, үткән дә Шиғриәт

Бәхетлеләр шиғыр яҙмай,
Улар — үҙҙәре шиғыр.
Яҙмыштары балҡып тора,
Ғүмерҙәре — тотош йыр.

Бәхетһеҙҙәр шиғыр яҙмай,
Һағышлы йыр — үҙҙәре.
Шиғырға түгел, романға
Һыймалы ғүмерҙәре.

Шиғырҙы яҙа ғашиҡтар,
Хыялыйҙар, тилеләр.
Шиғыр яҙған саҡта улар
Ни тере, ни үлеләр.

Шиғырҙы яҙа ғәмлеләр,
Уйлылар шиғыр яҙа.
Шиғыр яҙа белеү ҡай саҡ
Үҙе бер тотош яза.

Ҡулға ҡәләм тотҡандарҙың
Ил хаҡында ғәмдәре.
Дөрөҫлөктө яҙа-яҙа
Теткеләнә йәндәре.

Күҙ йәштәренә төйөлөп,
Улар яҙа тарихты.
Кәрәк саҡта шул шиғри һүҙ
Күтәрә бит халыҡты.

Илен, ерен, телен һаҡлап,
Шағирҙар яҙа шиғыр.
Шиғриәттең бурысы ла,
Иманлы юлы шулдыр.

Ә шиғырҙы уҡый барыһы —
Бәхетле, бәхетһеҙҙәр.
Хыялыйҙай ғашиҡ булғас,
Ҡабына шиғри һүҙҙәр.

Шул саҡ инде үҙҙәре лә
Ни аҡыллы, ни тиле.
Уйлылар, ғәмлеләр барҙа,
Шиғриәт мәңге тере.

Әкиәт бабай

Күренекле ғалим, фольклор белгесе
Әхмәт ағай Сөләймәновҡа

Әкиәттән сыҡҡан мәллә
Ап-аҡ сәсле был бабай.
Уның менән бергә йәнәш,
Әйтерһең, дәүер атлай.
Геродоттың йәштәше ул,
Күсәк бейҙең нәҫеле.
Нисә йәш икән һуң уға?
Урал батыр йәшеме?
Тарихтарҙың төпкөлөнән
Тыуған хикмәтле малай,
Әкиәт һөйләп йөрөй торғас,
Булған сал сәсле бабай.
Әкиәттәре ябай түгел,
Һәр береһе — кинәйә.
Кинәйәһен аңлағандың
Нур инә күңеленә.
Нурлы итеп донъябыҙҙы
Йәшәй хикмәтле бабай.
Аҡылы ғына бабай уның
Үҙе һаман шуҡ малай.
Мең ғүмер һыйған йөрәге
Күпме тарихты һаҡлай.
Уның менән бергә йәнәш,
Әйтерһең, дәүер атлай.

Хәлдәр нисек,
тип һорайҙар…


Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Гөлдәр баҡсала, туғайҙа
Үҫәләр балҡып, көлөп.

Йәйге селләлә таждарын
Ҡояш өтөп барһа ла,
Улар, тирә-яҡты йәмләп,
Йылмаялар барыһына.

Көҙгө һалҡын елдәр иҫеп,
Йәндәрен өшөткәндә,
Ҡаршы ямғырҙар аҫтында
Ҡалтырап күшеккәндә.

Барыбер нур сәсә гөлдәр,
Һиҙҙермәй бирешкәнен.
Күктәр белмәйҙәр бит уның
Үҙенә көс биреп торған
Ер менән йәрәшкәнен.

Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Ерҙәге һәр миҙгелендә
Гөлдәр бит йәшәй көлөп.

Гөлдәр хәлен кем белә?
Белә үҙҙәре генә…

Ирҙәр илағанда

Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,
Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.
Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙың
Сараһыҙлыҡтарын ул аңлау.

Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөк
Йәнгә таштар булып өйөлә.
Былай ҙа бит ир-ат башҡаларға
Һиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.

Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,
Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.
Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,
Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.

Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,
Улар ҙа бит әсә балаһы.
Уларға бит тос ғаилә йөгөн
Ғүмер буйы һөйрәп бараһы.

Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡта,
Илаҡ, тимәгеҙ һеҙ уларға.
Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәре
Ирҙәргә лә кәрәк иларға.

***

Рәнйетеп бала үҫтермә,
Рәнйеш төшөр үҙеңә.
Ауыр һүҙ әйтерҙән алда
Ҡара балаң күҙенә.

Ҡарғап үҫтермә баланы,
Ҡарғыш ҡайтыр үҙеңә.
Донъя — ҡуласа, ҡалырһың
Шул баланың иңенә.

Һуғып үҫтермә баланы,
Йөрәктә ҡалыр йөйө.
Балаң яраһы үҙеңдә
Һыҙлар ғүмерең буйы.

Илатып бала үҫтермә,
Ер-һыу илар ер үҙе.
Ул бала бит — һинең ғәзиз
Йәнеңдең игеҙәге.

***
Ысынында бындай һүрәт юҡ бит,
Ә компьютер уны яһаны.
Йәнәш тора атай менән әсәй,
Алда — ике бөртөк балаһы.
Ғүмер буйы тулы ғаиләне
Күҙ алдыма килтереп йәшәнем.
Һәм бына ул — беҙ барыбыҙ бергә:
Мин, апайым, атай, әсәйем.
Алдаҡ булһа ла бит ошо һүрәт,
Минең өсөн шундай ҡәҙерле.
Әйтерһең, беҙ шундай бәхетлебеҙ,
Әйтерһең, беҙ — ысын, хәҙерге.
Араларҙа ятҡан күпме йылдар
Бер ни түгел һиңә, компьютер.
Рәхмәт һиңә, заман техникаһы,
Күптәр өсөн һинһеҙ көн юҡтыр.
Шул һүрәткә мин ҡараған һайын
Бергәлектән рәхәт кисерәм.
Юҡҡа сығып ҡуймаһын, тип уны
Хәтер дәфтәремә күсерәм.

***
Донъя һабаҡ биргән мәлдә
Мин уҡыусы хәлендә.
Ул һаман да көндәлеккә
Билдә ҡуя әле лә.
“Дүрт”тән, “биш”тән генә тормай
Тормош ҡуйған баһалар.
Тик иң башта минең эште
Атам, әсәм баһалар.

Донъя “бишле”не ҡуйһа ла,
Үҙем ҡәнәғәт түгел.
Хаҡ баһа менән билдәләр
Бары тик намыҫ, күңел.

Донъя һабаҡ биргән мәлдә
Мин уҡыусы хәлендә.
Ғәмәлдәргә ғәҙел баһа —
Иң ҙур дауа йәнемә.


Вернуться назад