Тыуған ер менән һөйләшеү09.10.2015
Нәҫер
Тыуған ер, тыуған Башҡортостан! Ни тиклем күңелгә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин! Бәпкә үләне баҫҡан урамдарың да, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың да — бөтәһе лә күҙ алдында, һәммәһе лә йөрәк түрендә.
Тәүге тапҡыр ҡояшты, ай-йондоҙҙарҙы һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тәү тапҡыр һиндә тойҙом мин. Икмәктең тәмен-ҡәҙерен белергә лә һин өйрәттең, тыуған ер!
Йылғалары көн-төн тынмай
Ташыйҙар Урал моңон.
Бында хатта үләндәр ҙә
Көй һуҙа ҡурай булып.
Зәңгәр күлдәр, урман-ҡырҙар —
Йөрәккә бар ҙа шифа.
Тыуған ерҙең күкрәгенән
Урғылған пар ҙа шифа...
Күңелем йырға һыуһаһа — һайрар ҡош һин, күңелем бойоҡһа — йыуанысым, моңдашым һәм серҙәшем һин, тыуған Башҡортостан! Кемгә нисектер, әммә һин миңә әсәйем күҙҙәре менән ҡарайһың һымаҡ тойола...
Әсәйемә булған мөхәббәттең
Ер йөҙөндә һис бер тиңе юҡ.
Илем икһеҙ-сикһеҙ булған кеүек,
Һөйөүемдең уға сиге юҡ.
Тыуған ер, тыуған тупраҡ! Һин мине һәр ваҡыт үҙ улың итеп, ҡосағыңды иркен асып ҡаршылайһың. Минең шикелле һин дә күрешергә-осрашырға елкенеп кенә тораһың, ахыры. Һағыныуҙарымды тейәп, поезда йәки машинала ҡайтып килеүемде күреүең була, шунда уҡ бөтә нәмәне йәнләндерәһең дә хәрәкәткә килтерәһең: мине ҡаршыларға арыш еҫе аңҡытҡан елдәреңде ебәрәһең. Миңә табан аҡҡоштар кеүек ап-аҡ болоттарыңды йөҙҙөрәһең, миңә табан сал тауҙарыңды шыуыштыраһың... Ошо илаһи минутта ҡолағымда бөтә башланғыстың башланғысы —тыуған ер моңо, сәңгелдәк йыры тирбәлеп торғандай була. Ер, әсә, сәңгелдәк йыры...
Ғүмер буйы сыңлай миндә
Әсәйемдең “бәү-бәүе”
Ул — халыҡтың
матурлыҡҡа,
Батырлыҡҡа әйҙәүе.
Гүзәллек һәм илһам шиш­мәһе һин, тыуған Баш­ҡортостан! Барлыҡ изге нәмә һинән башлана: йыр ҙа, хеҙмәт тә, мөхәббәт тә. Йәшермәйем, тәүге саф оло һөйөү тойғоһо ла һинең тупрағыңда бөрө­ләнде. Илаһи моң-хис менән мөлдөрәмә тулы йөрәк серҙәремде йондоҙҙарға һөйләгәнемде, ашҡыныулы хистәремде йыр итеп көйләгәнемде хәтерләйһең булыр, тыуған ер.

Мин белмәйем Ер шарының
Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен,
Беләм: ҡайғы-шатлығыңа,
Яҙмышыңа бәйләнгәнмен.
Уралғанмын моңдарыңа,
Уйылғанмын уйҙарыңа,
Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын
Һинең барыр юлдарыңа...
Тыуған ер, тыуған Башҡортостан!
Ҡояш нуры менән туйынған, ямғырҙар менән йыуылған саф һауаңды рәхәт­ләнеп бер һулауы, йәйге тын кистәрҙә ҡапҡа төбөнә сығып ултырып, йондоҙ тулы күккә ҡарауҙары үҙе бер ғүмер бит!
Йондоҙло төн. Ауылымдың
Тын ҡалған минуттары.
Ай бураҙна һалып йөрөй
Аҡтарып болоттарҙы.
Ә йондоҙҙар, йым-йым итеп,
Болоттар араһынан
Бураҙнаға бөртөк булып
Һибелеп бара һымаҡ...
Урманың, болондағы йәм-гүзәллекте, баҡсаңдағы еләк-емештәрең хаҡында һөйләп тораһы ла юҡ. Ә яландарҙы яңғыратып-сыңлатып саж да сож бесән сабыуың йәки башаҡтарҙың баштарынан һыйпап, баҫыу һуҡмаҡтарынан бер үтеүең үҙе ни тора!
Ҡайһы саҡтарҙа бормалы юлдарың алыҫтарға алып сығып китә, күп ерҙәрҙә, күп илдәрҙә йөрөтә, ләкин һин һис ҡасан да, бер генә минутҡа ла иҫтән сыҡ­майһың, тыуған ер.
Мин бер үҙем ҡалғаным бар
Сүл, далала ҡай саҡта.
Әммә яңғыҙ ҡалғаным юҡ,
Йыр юлдаш ундай саҡта.
...Башҡортостан — мөхәббәтем,
Ә ул йыр һинең хаҡта.
Тыуған ерем, тыуған тупрағым! Ғүме­рем буйы һине матурларға, байытырға, даныңды, мәртәбәңде арттырырға бурыслымын, тип иҫәпләйем мин үҙемде. Йөрәгем, выжданым-намыҫым, бөтә булмышым шуны талап итә минән.
Мин — һинеке, Башҡортостан. Ағастар ғына түгел, минең йөрәк тамырҙарым да һиңә, һинең тупрағыңа тоташҡан бит, тыуған ерем. Сөнки:
Ҡаяһынан айырылһа,
Бөркөт була көсһөҙ.
Ҡыуағынан айырылһа,
Былбыл һайрай хисһеҙ.
Төйәгенән айырылһа,
Сәсән ҡала өнһөҙ.
...Эй, тыуған ер,
Тамырҙарым һиндә,
Нишләр инем һинһеҙ?!
Хәтерләйһең булыр: ә бит һиңә ҡайтыр юлдары өҙөлөп ҡалғандар — һине һау-сәләмәт һаҡлап ҡалыу өсөн башын һалғандар ҙа аҙ булманы. Яу яралары һинең тәнеңдә күптәнән бөтһә лә, кешеләр күңелендә ул йәрәхәттәр һаман бөтәшмәй, һаман һулҡылдап һыҙлай, кешеләрҙе уяу булырға, яу яландарын да ауғандарҙы онотмаҫҡа саҡыра ул яралар...
Бүләк итеп киткән атай
Миңә сая йөрәген.
Был йөрәктең һәр һулышын
Мин илемә бирәмен.
Мин дә бөгөн ер яҙмышын
Күтәрешер ҡаямын.
Күрһен ине миндә Ватан
Батырҙарҙың дауамын..
Эсең дә, тышың да алтын һинең, тыуған ер, тыуған Башҡортостаным. Эсең тулы нефть — “ҡара алтын”, тышың тулы — иген-гәрәбәләй алтын бөртөктәр. Был ике алтынды табыусы кешеләребеҙ ҙә алтын беҙҙең. Улар ысын-ысындан гүзәл эштәр менән биҙәй һине, тыуған ер.
Көндөҙҙәрең ҡояшлы булған кеүек, кистәрең дә яҡты, нурлы һәм йырлы һи­нең. Йыр менән, китап менән, матур уй­ҙар менән йәшәй халыҡтарыбыҙ. Улар­ҙың күңел офоҡтары көндән-көн киңәйә бара.
Киске ҡала. Ҡат-ҡат йорттар
Кәрәҙҙәрҙәй теҙелгән.
Тәҙрәләрҙең һәр береһе
Ҡояш сәсә үҙенән.
Тәҙрәләр тарта көн дә
Илһамлы йыры менән.
Ә кәрәҙҙәр арта көн дә
Бал менән, нуры менән.

Кешеләре ай-ҡояшлы,
Йондоҙло был йорттарҙың,
Гүйә, тормош сәскәһенә
Һарылған бал ҡорттары
Көнгә асыҡ тәҙрәләре,
Донъяға — күңелдәре.
Күңелдәре — кәрәҙҙәрҙең
Тулышып түгелгәне...
Тыуған ер, тыуған Башҡортостан!


Вернуться назад