Тауҙар, тауҙар!06.10.2015
Күккә ашҡанһығыҙ.
Ә мин баҫып торам түбәндә.
Күпме генә күккә һонолһам да,
Болоттарға теймәҫ түбәм дә...


Хыялымда мин тауҙарҙан бейек,
Тик булмышым ғына түбәндә.
Хатта тыуып-үҫкән ауылым да
Гөл-сәскәләр үҫкән үҙәндә.

Йондоҙ булып күккә атылманым,
Аҫыл ерҙәр эҙләп гиҙмәнем.
Ни күрһәм дә, тауҙар, һеҙҙең менән,
Әйләнеп тә ҡайттым — түҙмәнем.

Юғарыға күптәр ынтылдылар,
Бар бәхетең, имеш, бейектә;
Түбәндәге кеше кешеме ни,
Бейектәге, имеш, бөйөк тә.

Ялған бейеклектәр биҙәмәйҙәр,
Ышанмаһаң, һора тауҙарҙан.
Өнһөҙ баҫып торған анау ҡая
Иҫән ҡалған күпме яуҙарҙан.

Бына, килдем һеҙгә, ғорур тауҙар,
Аңларһығыҙ минең хәлемде.
Нисә тапҡыр яҙмыш ҡыра һуҡты,
Нисәнсе ҡат миңә йән инде.

Яуызлыҡтар алһа алҡымымдан,
Бөрә тотһа ялған иңемдән,
Аяғымды яҙмыш айырмаһын
Тәпәй баҫып үҫкән еремдән...

Тауҙар, тауҙар!
Кем бейек һәм бөйөк?..
Һорау китте әллә ҡайҙарға.
Шаңдау килде: ябай кеше бөйөк,
Бейеклектәр ҡалһын тауҙарға!..




Вернуться назад