Йәштәр ижады03.10.2015
Йәштәр ижады Әкиәттә

Әкиәттә, әсәй,
Һин һөйләгән
Иң ҙур бәхет ине һөйөүе.
Үҙ яртыңды табып, ғүмергәсә
Уның өсөн янып-көйөүе.

Әллә үҙем яңылыш
Аңланыммы
Мәғәнәһен ошо тормоштоң?
Әллә, әсәй, һинең әкиәттәр
Әсе алдауымы яҙмыштың?

Ҡайҙа улар, әсәй,
Батырҙары?
Ҡайҙа ҡыйыу, изге йәнлеләр?
Ирекһеҙҙән күкрәк тирәһендә
Йөрәгемде ниҙер сәнскеләр..

Беләһеңме, әсәй,
Кескәй булып,
Һаман тыңлар инем кистәрен
Шул егеттәр ысын барҙыр тиеп,
Терелер тип һөйөү хистәре..

Наҙгөл ҒӘЛИЕВА.


Һары һағыш

Һыҙылып ҡына килде быйылғы көҙ,
Һығылды ла һары һағышҡа.
Ә ҡайҙалыр үтә ҡәҙерле һын –
Хаттар барып етмәҫ алыҫта.

Яңғыҙ түгелмен мин көн йөҙөндә,
Тик төндәре ала алҡымдан.
Килер инеңме һин таңғы дүрттә,
Сәйҙәр яһап, һине саҡырһам?

Уйламасы артыҡ бер нәмә лә,
Һин бит минең йәнем-йәндәшем.
Осраштырыр урынына яҙмыш
Бары ике һуҡмаҡ өләште.

Минекенә яуған һары япраҡ,
Алып һаҡла китап битендә.
Япраҡ түгел, ярылыр йөрәгем ул,
Янып-һүнгән һинең өсөн дә.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.


Вернуться назад