“Әҙәби нағыш” — Борайҙа!03.10.2015
Һәр бер райондың үҙ йөҙөн билдәләгән йылғаһы, күле йәки тауы була. Борай районының ана шундай “йөҙөк ҡашы” – Танып йылғаһы. Бала саҡта уның матурлығына һоҡланып күпме шиғыр яҙғайным. Ул бит бүтән йылғалар кеүек иренеп кенә ҡыймылдамай, тиҙ аға. Шуға уны Етеҙ Танып тип йөрөтәләр.
Йылғаның сифаттары яҡташтарыма ла күскән – етеҙ, өлгөр, уңған улар. Шағирҙары ла шундай. Әлеге ваҡытта районда йәшәгән өс – ә был күмәк көс! – шағирә Рафиға Усманова, Фәнзиә Мәҡсүтова, Нәфисә Хәбибдийәрова үҙҙәренең ижады менән генә шөғөлләнеп ҡалмайынса, ҡәләм тирбәткән йәштәрҙең әҙәби оҫталығын үҫтереү маҡсатында күп яҡлы һәм ғәйәт ҙур эш башҡара. Ҡасандыр “Алға” гәзите редакцияһында тыуып, хәҙер “Тамсылар” исеме менән йәшәгән ижад ойошмаһын егерме йыл буйына Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Фәнзиә Мәҡсүтова етәкләй. Һәләтле йәш шағирҙар өсөн шәхси премияһын булдырған Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Рафиға Усманова етәкселегендәге әҙәби түңәрәк ултырыштары район үҙәк китапханаһында үтә. Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Нәфисә Хәбибдийәрова үҙ төбәгендәге ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Ҡалмыяз турғайҙары” исемле ижад түңәрәген ойошторҙо. Улар өсөһө лә уңышлы эшләп килә. Әҙәби түңәрәктәрҙең әүҙем ағзалары Рәзиф Зыятдинов, Фатима Ғилметдинова, Әлиә Хәйруллина, Рәйсә Хәлиуллина, Гөлсимә Зиннәтуллина, Әлфиҙә Ғәлләмова, Миләүшә Әхмәтйәнова, Лилиә Ғәйфуллина, Альбина Мөхәмәҙиева, Фәнзәлиә Мәснәүиеваларҙың ижад емештәре күптәрҙе ҡыуандырырлыҡ.
Борайҙағы “китап бунты”на быуаттан артыҡ ваҡыт үтте, әммә Интернет заманында ла нәфис әҙәбиәткә һөйөү кәмемәне. Китапханаларҙың уҡыу залдары бушап ҡалманы, йәш һәм башлап яҙыусылар менән осрашыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, әҙәби кисәләр гөрләп үтә.
Беҙҙең Етеҙ Таныбыбыҙға Себергән, Шүлейә кеүек бәләкәй йылғалар, инештәр, шишмәләр ҡушылып көс-ҡеүәт өҫтәй. Шуның һымаҡ, райондың йәш һәм олпат ижадсылары ла яҡташтарыбыҙ – шағирҙар Мөслим Марат менән Файыҡ Мөхәмәтйәновтың юлын дауам итеп, патриотик шиғриәт ташҡынын көсәйтә. Мин уларҙың бөтәһенә лә уңыш теләп, бәғзе бер ижад өлгөләрен гәзит уҡыусыларға өләшәм.
“АҠ ҠАРАҠ”
Ҡараҡтың бүреге яна,
Ә минең яна йөрәк!
Һинең күҙҙән яҡты “урлап”
Йөрәккә ҡуйҙым сорнап.
Мин урлауҙан кәмемәне
Һинең күҙҙең яҡтыһы.
Киреһенсә, артты ғына
Күңелеңдең аҡ төҫө.
Минең йөрәк һүнгән ине,
Ә хәҙер балҡып яна.
Яҡтылыҡ урлаусыларҙы
Һин “аҡ ҡараҡ” тип һана.
Лилиә ҒӘЙФУЛЛИНА.
ТОРМОШ БАЛАҪЫ
Тормош балаҫынан атлап барам,
Ҡарай-ҡарай сағыу төҫтәрен.
Кисә муйыл сәскәләре ине,
Ә бөгөн ни... һары япраҡ ҡына
Ҡаплап алған уның өҫтәрен.
Әле генә яҙҙар йәшел ине,
Күпме гөлдәр сәскә аттылар.
Яҙғы ташыу менән ғүмеремдең
Миҙгелдәре шулай аҡтылар.
Эй, ғүмерҙәр! Үтеп китеп бара...
Үтмә, тип һин уны тотоп ҡара!
Үткән ғүмерҙәрҙе ҡайтарырға
Табып булһа ине берәй сара.
Гөлсимә ЗИННӘТУЛЛИНА.
ТҮҘГӘС
ТҮҘӘ ИКӘН
Күтәрә ер барыһын да –
Яҡшыһын да, яманын да:
Бөйөк аҡыл эйәһен дә
Һәм аҡылға таманын да.
Күтәрә ер буйҙан-буйға
Эштә ғүмер һөргәнен дә,
Күтәрә ер көн үтһенгә
“Трай” тибеп йөрөгәнен дә,
Донъя матурларға тыуған
Илаһи зат кешеһен дә,
Кешелеккә игелекһеҙ
Көнсөл ҡара эслеһен дә.
Күтәрә ер батырын да,
Ҡурҡағын да, һатлығын да,
Миллионлаған йәнде ҡыйған
Палач – әҙәм аҡтығын да...
Сыҙай ҙа ер, һынай ҙа ер
Ғәмәл-холҡон әҙәмдәрҙең,
Аҡтара күтәреп-бәреп
Аҫтын-өҫкә ғаләмдәрҙең.
Аҡтара ла, киҫәткәндәй
Аҙғын әҙәм тоҡомдарын,
Тынып тора, һынағандай,
Ни ҡылыр, тип, кеше тағын.
Әлиә ХӘЙРУЛЛИНА.
КҮПЕР
Ҡабатланмаҫ нурҙарыңды
Төштә тойҙом йәнем менән.
Аҡлыҡ, рәхәтлек тулҡыны
Һинән генә бары килгән.
Еҫең һиҙҙем – ниндәй ләззәт!
Тик аралар алыҫ ине.
Уйҙар менән солғап алып,
Иҫләйһеңме әллә мине?
Һинән – миңә, минән һиңә
Төштәр генә күпер инде...
* * *
Йоҡлай инем уянмаҫлыҡ итеп,
Йоҙаҡ һалып дәртһеҙ йөрәккә.
Йәшлек үтте.
Тормош арбаһына
Толпарҙарҙы егеү кәрәк тә...
Төштәгеләй тауҙай мәшәҡәтте
Үҙ ваҡ(ы)тында кәрәк үтәргә...
Йылдар аш(ы)ғып алға йүгерә,
Күңел бар(ы)һын сабыр күтәрә...
Сеү! Күгемдә йәшен йәшнәнеме?..
Кемдер үбеп мине уятты!
Аҡ атынан һикереп тә төшөп,
Йәшәү көсө — һөңгө-уҡ атты.
Көҙҙәремдә принц уятты...
Миләүшә ӘХМӘТЙӘНОВА.
ОСОР ИНЕМ
Осоп китә ҡыр ҡаҙҙары
Көҙ еткәс тә йыраҡҡа.
Осор инем мин дә бөгөн
Алыҫҡа – йылы яҡҡа!
Осор инем болоттарға,
Болоттарҙың өҫтөнән…
Осор инем мин һоҡланып
Пар аҡҡоштар күленә.
Осор инем йылы яҡҡа,
Күңел йылыһын эҙләп.
Болоттарҙың аҡ мамығын
Ап-аҡ ҡарҙарға тиңләп.
Осор инем ҡыр ҡаҙындай,
Әгәр ҡанатым булһа,
Күңелемә ҡанат ҡуйып,
Мөхәббәт ҡошо ҡунһа...
Альбина МӨХӘМӘҘИЕВА.
ҺӘЙБӘТ ЙӘШӘЙБЕҘ
Иртән тороп, салбар ямайым...
Алда – телевизор экраны.
Реформалар гөрләп бара, тип
Ышандыра диктор туғаным.
Шәкәр-сәйгә тиндәр һанайым
Һәм гәзиттәр уҡып ултырам.
Белмәгәнмен, беҙҙә йәшәүҙәре
Башҡа яҡтағынан яҡшыраҡ!
Осон-осҡа ялғап саҡ барһаҡ та,
Тормош яҡшы, тиҙәр ҙә баһа.
Һәйбәт йәшәгәнде белмәҫ инем,
Гәзит, телевизор булмаһа.
Рәзиф ЗЫЯТДИНОВ.