“Ҡат-ҡат ҡатлама, аҡылың булһа – ташлама”, тиҙәр китап хаҡында. Замандың бихисап яңы төр ҡулланмаларына ҡарағанда, ҡыштырлап торған ҡағыҙ биттәренән уҡыу күпкә зарарһыҙыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк, минеңсә.
20 – 25 йәшлек егет һәм ҡыҙҙарҙан һуңғы уҡыған китаптары һәм унан ниндәй ғилем алыуҙары тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.Лиана НӘБИУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт университеты:
– Джек Лондондың “Белый клык” әҫәрен яратып уҡыным. Тәбиғәт менән гармонияла йәшәүҙең, йәнлектәргә дуҫ итеп ҡарауҙың мөһимлегенә төшөндөм.
Әлмира ӘҺЕЛОВА, Башҡорт дәүләт медицина университеты:
– Быйыл нәфис әҙәбиәткә ваҡыт бөтөнләй ҡалмай тиерлек, яңыраҡ ҡына Н. Дайхестың методик йыйынтығын уҡып сыҡтым. Операция кисергән ауырыуҙар менән эш итеү, дауалау нескәлектәрен өйрәндем.
Азат НӘЖМИЕВ, БДУ-ның Хоҡуҡ институты:
– Әсәйемә Дж. Боккаччоның “Декамерон”ын бүләк иткәйнеләр, шуны уҡып сыҡтым. Әллә ни мауыҡтырғыс күренмәне, күңелһеҙерәк тә. Гарри Поттер серияһының һуңғы китабын, исмаһам, бер тынала уҡып бөттөм. Фантастика иленә барып әйләндем.
Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт педагогия университеты:
– Ауылда йәйге ял тамамланыр алдынан ғына Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабын ҡулыма алып, тағы бер ҡат күҙ йүгертеп сығырға булдым. Ғаилә йылыһы, саф мөхәббәт хистәре, тәбиғәт, кешеләр донъяһы хаҡында әллә нисә тапҡыр уҡырға ризамын. Һоҡланғыс, мәңгелек әҫәр ул!
Булат МОСТАФИН, Өфө дәүләт авиация техник университеты:
– Һуңғы арала психология фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Уҡыу йылы башланыу менән китапхананан Дейл Карнегиҙың бер нисә тупланмаһын алып ҡайттым. Кешеләр менән аралашыу үҙенсәлектәре, шәхес булараҡ камиллашыу өсөн байтаҡ кәңәш-нәсихәт бар уларҙа. Көндәлек тормошта ҡулланып, һөҙөмтәһен күреү ҙә ҡыуандыра.
Гөлсәсәк МОСТАЕВА яҙып алды.