Театрҙың ижади йотлоғо юҡ02.10.2015
Театрҙың ижади йотлоғо юҡ 2 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы ижад миҙгелен аса. Рухиәт йорто алдағы айҙарҙа тамашасыһын нимә менән һөйөндөрөр? Театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов матбуғат конференцияһында ошо турала һөйләне.


Шулай итеп, миҙгелде инде республи­ка­быҙҙа ғына түгел, башҡа тарафтарҙа ла киң билдәлелек яулаған “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” (авторы – Т. Ғарипова, режиссеры – О. Ханов) мюзиклы аса. Заманса ҡуйылыштағы сағыу әҫәргә гастроль мәлендә Мәскәү тән­ҡитселәре лә юғары баһа биргән.
Балалар өсөн әҙерләнгән “Зө­бәр­жәт ҡала тылсымсыһы” (авторы – А. Волков, режиссеры – И. Ҡаҙаҡбаев) әкиәте лә күптәрҙең күңеленә хуш килер. Ә инде 16 октябрҙә театр коллективы “Йот” драмаһының премьераһына саҡыра. Ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың был тетрәткес әҫәре илдәге аслыҡ осорон һүрәтләй.
Ошо драмала төп ролдәрҙең береһен баш­ҡарасаҡ йәш артист Фәнис Рәхмәтов, “Йүгер, Харис, йүгер...” (Э. Йәһүҙин) комедияһын сәхнәгә ҡуйыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев та журна­лис­тарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Әйткәндәй, театр коллективы өсөн ижади йот­лоҡ – ят күренеш. Яңы миҙгелдә тамашасылар Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и Йософ” мюзиклы (инс­цениров­ка авторы – Ю. Сафиуллин, режиссеры – О. Ханов, музыка авторы – У. Иҙелбаев) менән дә танышасаҡ. Ул әҫәр Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә ҡуйыла.
Бынан тыш, ошо миҙгелдә бөгөнгө башҡорт яҙыусыларының да ижад емештәре сәхнәләш­тереләсәк. Атап әйткәндә, “Шоңҡар” журналы­ның баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың һәм Ш. Бабич исе­мендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре театр репертуарын тулыландырасаҡ.



Вернуться назад