Атлы башҡорт02.10.2015
Атлы башҡорт Бик ҡыҙыҡ нәмә хаҡында уйландым әле данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыл­ған­да. Тулы картинаны яңынан һүҙ­ҙәр аша тер­геҙеп ҡарайым.
Әбейҙәр сыуағының яҡты, йылы бер көнө. Әйтерһең, тотош тәбиғәт батыр кавалерияны ҡаршыларға әҙерләнә. Шул саҡ, тарих төпкөлөнән килеп сыҡҡандай, һыбай сабып генерал үҙе күренде. Ролде Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев башҡарғаны хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып та сыҡҡайныҡ. Һыбай йөрөгән бар егеттәр ҙә үҙебеҙҙең театр артистары икән дә. Тарихсылар, эшҡыуарҙар... Араларында ауыл халҡы ла, урындағы һәүәҫкәрҙәр ҙә булды, ахырыһы. Эш унда түгел. Ана тағы ла бер йырсы сыҡты майҙанға. Был күп конкурстар лауреаты, тәрән моңло Марсель Ҡотоев “Урал”ды һуҙа. Ул да атҡа атланған килеш башҡарҙы был әҫәрҙе. Бына ҡайҙа бит ул егетлек! Бына ҡайҙа бит ул башҡортлоҡ!
Шул саҡ күрше төбәктәрҙең береһендә үткән бер байрам иҫкә төштө. Унда ат менән бәйле күренештәрҙе сәхнәләштергән саҡта спорттың ошо төрө менән даими шөғөлләнгәндәр йәлеп ителә икән. Беҙҙә ундай осраҡтар булғаны бармы икән? Бәлки, булғандыр ҙа, уныһын аныҡ ҡына әйтә алмайым. Әммә шуныһы бөгөн дә асыҡ күренә: башҡорт халҡындағы атҡа мөнәсәбәт, һыбай йөрөү ҡомары, йөрәгендә Аҡбуҙатты йүгәнләү тойғоһо ана нисек һаҡланған! Иҫең китерлек бит – театр артистары атта йөрөп сәхнә әҫәрен уйнай, вокал сәнғәте оҫталары һыбай килеш йыр башҡара, тарихсылар кәрәк икән толпарҙарға атлана! Нисектер беҙҙең башҡорт малайҙарының был малҡайҙарға мөнәсәбәте лә икенсе бит ул! Бына, мәҫәлән, беҙҙең ауылда атта йөрөй белмәгән егет юҡ ине. Хәҙер ҙә шулайҙыр, тик йәштәрҙең барыһын да танып бөтөп кенә булмай.
“Ат йәнле был башҡорт” тигән даны
Алыҫтарҙан киткән алыҫҡа,
тигән шиғыр юлдары иҫкә килеп төштө! Беҙ быға өйрәнгәнбеҙ, күнеккәнбеҙ, был тәбиғи хәл кеүек. Ә инде егеттәр ат йүгәнләй белмәһә, бына был, исмаһам, – оят!
Атлы булыу, атҡа менеү кеүек образлы әйтемдәр ҙә – халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының алтын мираҫынан. XXI быуатта, техниканың иң ҡатмарлылары, төрлө төрҙәре үҫешкән заманда, һаман да башҡорт атынан төшмәй. Гелән шулай булһын! Тап ошо рухиәткә, тамырҙарға төпкө аңдағы тоғролоҡ беҙҙең кендекте Ер шарына бәйләмәнеме икән?




Вернуться назад