Һин алдама02.10.2015
Һүҙҙәреңдең барыһы ялған,
береһе ысын һүҙ түгел,
Һиндә юҡ ысын һүҙ менән ап-асыҡ
йөҙ, төҙ күңел.

Алдаһаң да күп кешене,
булманы бит файҙаһы,
Тәүсиә итәм һиңә мин:
“Инде ысын һүҙле бул!”

Алма ат “алдаҡсы” тип,
кәкрене турыла, алдама!
Тиҙ тайырһың алдаһаң,
алдау юлы бик боҙло юл.

Ал исем “ысын һүҙле” тип,
бер ҙә ҡурҡма, ысынды әйт,
Сөм-ҡара, ап-аҡты айырырға
тура һүҙ – көҙгө ул.

Ҡалһын исемең мәңгегә,
ысын һүҙ менән ал атаҡ!
Ҡыҫҡаһы: ғәйрәтле бул,
ысын һүҙле бул! Был – изге юл.

1910 йыл.


Вернуться назад