Кама һыуҙарында ҡул сайҡаны баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар30.09.2015
Кама һыуҙарында ҡул сайҡаны баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар Дүшәмбе көн “Әҙәби нағыш” марафоны Беүә буйҙарын төйәк иткән Яңауылдан ярты биләмәһен Ағиҙел, икенсе яртыһын Кама һыуҙары йыуған Краснокама тарафына юлланды. Ошо район ерҙәрендә урынлашҡан Нефтекамала ул тәүге туҡталыш яһаны. Был ҡала “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең мәҙәни үҙәге” исемен күптән йөрөтә. Әбейҙәр сыуағының хозур көнөндә ут күршеләре яңауылдарҙы, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, Өфөнән иртүк килеп еткән ҡунаҡтарҙы көлөп-йылмайып ҡаршыланы ул.
Сатирик Марсель Сәлимов, шағир Радик Хәкимйән, Башҡортостан Яҙыу­сы­лар союзының урыҫ телле яҙыусылар секцияһы етәксеһе, шағир һәм тәржемәсе Владимир Денисов, “Бельские просторы” ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналының баш мөхәррире, яҙыусы Юрий Горюхин, баҫманың яуаплы секретары, яҙыусы Салауат Вәхитов, республика Милли әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылова менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың матбуғат хеҙмәткәре Марина Чепикова ингән әҙәби делегация ағзаларын ҡаланың үҙәк китапханаһында “Йәш тауыштар” тип исемләнгән сараға түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Бында башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә ижад иткән башлап яҙыусылар һәм инде бер нисә тиҫтә йыл ҡәләм тирбәтеүселәр йыйылғайны.
Йәш авторҙарҙың әҫәрҙәренә тәжрибәле әҙиптәр төплө анализ яһаны, уларға файҙалы кәңәштәр бирҙе. Үҙ ижад емештәрен билдәле һөнәрҙәштәре баһалауына тапшырған Гөл­фирә Байбулатова, Гөлнара Ғилемханова, Елена Аллаярова, Анна Самосадкина, Вадим Солтанов, Евгения менән Михаил Чуклин­дарҙың әҫәрҙәрен үҙәк китапхана хеҙмәткәр­ҙәренең китап итеп әҙерләп ҡуйыуын Марсель Сәлимов айырым билдәләп үтте. “Әҙәби нағыш” марафонының төп маҡсаты – һәр райо­н һәм ҡалала урындағы йәш ижадсы­ларҙы табыу, уларға кәрәкле ярҙам күрһәтеү икәнен иҫкә төшөргәндә, был юҫыҡта Нефтекамала һөҙөмтәле эш башҡарылды, тип әйтергә була. Төштән һуң ҡала мәҙәни үҙәгендә китапханасылар, уҡытыусылар, журналистар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр, ғөмүмән, ижадҡа битараф булмаған төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашлығында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә йәнле һәм фәһемле фекер алышыу булды. Әлбиттә, һәр осрашыуҙа билдәле шағирҙар менән бер ҡатарҙан башлап яҙыусы­ларҙың да шиғырҙары яңғыраны. Был Нефтекамала һүҙ ҡәҙерен аңлап-белеүселәр­ҙең бихисап икәнен асыҡ күрһәтте.
Илебеҙҙә һәм республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы эҙһеҙ үтмәй: ҡәләм­дәрен артабан шымартыу өсөн ижадсыларға тейешле шарттар тыуҙырылған. Ҡалала эшләп килгән әҙәби берләшмәләрҙең әүҙем­леген дә билдәләргә кәрәк. Уларҙың күп ағза­ларының ижад емештәре урыҫ телендә сыҡҡан “Красное знамя” һәм уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы “Кама тулҡындары” гәзиттәрендә даими донъя күреп килә. Бынан тыш, айырым авторҙарҙың йыйынтыҡтары баҫылып тора. Нефтекаманың ярты быуатлыҡ юбилейы айҡанлы 2013 йылда башҡорт, урыҫ, татар һәм мари телдәрендә нәшер ителгән шиғри һәм проза әҫәрҙәре альманахында күп кенә башлап яҙыусыларҙың уңышлы әҫәрҙәре урын алды. Ҡала әҙиптәренең төрлө ижади бәйгеләрҙә маҡталыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Шулай ҙа урыҫ телендә ижад итеүселәрҙең әүҙемлеген башҡа телдәрҙә яҙыусылар үҙҙәре өсөн үрнәк итеп алһын ине тигән теләк тә яҙыҡ булмаҫтыр.
Әҙәби эстафетаны ҡабул итеү ҡалала театр-концерт миҙгелен рәсми асыу менән тура килде. Ҡала мәҙәни үҙәгенең халыҡ ме­нән шығырым тулы тамаша залында Яңа­уыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғә­товтан әҙәбиәт йылы һәм марафон символын – Йылъяҙма-китапты – ҡабул итеп алып, Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов киләсәктә төрлө быуын вәкилдәре­нең әҙәбиәткә булған һөйөүе һиҙелерлек артасаҡ тигән ышаныс белдерҙе. Ут күрше­ләрҙең үҙешмәкәр артистары һәм ижади коллективтары ҡатнашлығындағы байрам концерты йыйылғандарға матур ял сәғәттәре бүләк итеп, алдағы эштәргә илһам бирҙе. Шишәмбе көн әҙәби эстафетаны Краснокама районы ҡабул итте.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.






Вернуться назад