Рәссамдар Ғафури ижадына битараф түгел30.09.2015
Быйыл Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, профессиональ башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалған мәшһүр шәхес Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулды. Бер быуат элек ижадында ғәҙеллекте даулаған, заманына күрә юғары мираҫ ҡалдырған шағирҙы, уның ижадын пропагандалау, йәш быуынға еткереү маҡсатында республикабыҙҙа бихисап саралар үткәрелә.

Шуларҙың береһенә Мәскәүҙәге “Ирида” ҡатын-ҡыҙ рәссамдар йәмғиәтенән киң билдәле ижадсылар саҡырылды – Вера Тимченко, Светлана Морозова, Евгения Дружкова, Гаянэ Добровольская, Елена Дмитриева, Зоя Гавшинская. Улар әҙиптең тыуған яғында булып, тормош юлын һәм ижадын бер аҙ өйрәнеп, пленэр ойоштороп, рәсемдәр төшөргән. Рәссамдар бер аҙна дауамында шағирҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда һәм Толпар, Сәйетбаба, Имәндәш, Красноусол ауылдарында эшләгән. Өфөлә ошо эштәрҙең күргәҙмәһе ойошторолдо ла инде. Сараға Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернаты уҡыусылары, ҡала халҡы йыйылды.
Рәссамдар пленэрҙа төшөргән һүрәттәрендә Мәжит Ғафуриҙың тыуған яғын, йорт-музейын, Ғафури районы тәбиғәтен һәм кешеләрен сағылдырған. Улар заманса алымдар, төрлө сағыу төҫтәр ҡулланып төшөрөлгән. Ижади эштәр буласаҡ рәссамдар тарафынан юғары баһаланды, айырыуса Светлана Морозованың яңы алым менән төшөрөлгән һүрәттәре уҡыусылар күңеленә хуш килде
Рәссамдар Башҡортостанға, Мәжит Ғафури ижадына битараф булмағанлығын белдерҙе. Киләсәктә лә килеп торорға һүҙ бирҙеләр, бындағы матур пейзажды төшөрөүе кинәнес булыуын әйттеләр. Мәҡәләмде Ирек Кинйәбулатовтың һүҙҙәре менән тамамлаһам урынлы булыр: “Мәжит Ғафури – беҙҙең башланғысыбыҙ, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы. Заманында ауыр тормош, һуғыш күргән булараҡ, ейән-ейәнсәрҙәренең бөгөнгө тормошона ул һөйөнәлер!”




Вернуться назад