Зәңгәр күкте аҡ йондоҙҙар матурлай. Болондо төрлө төҫтәге сәскәләр биҙәй. Урман кеше күңелеләй серле булыуы менән гүзәл. Күл моңо хис балҡыта. Шишмә йыры йөрәк ярһыта. Ҡырҙағы туҡ башаҡтар — ил байлығы. Һәр зәррә, есем, һын, әйберҙең тамыры бар. Тамырҙан нигеҙ тармаҡлана. Тармаҡтарҙан олондар күбәйә. Олондар ботаҡтар менән ишәйә. Ботаҡтар япраҡ яра. Япраҡтар йәшәү хозуры булып сибәрләнә.Бындай балҡыш һәр ырыу, һәр ҡәбилә, һәр халыҡ, һәр милләт телендә бара. Тик, ҡыҙғаныс, уны аңламау биҙаһы әүәл-әүәлдән килә. Әйтәйек, Х быуатта ислам дине ҡабул ителгәс, төрки телле халыҡтарға ғәрәп-фарсы һүҙҙәре тулҡын-тулҡын булып ағыла башлай. Шул осорҙа уҡ: “Төрки теле ярлы, ул фәнни хеҙмәт яҙырға ла, әҙәби әҫәр ижад итергә лә лайыҡлы түгел”, — тигән яңылыш ҡараш тамыр йәйә.
Кешеләрҙе икегә бүлеп ҡарау (“ярлы”, “бай”) — күптәнге ғәҙәт. Телдә лә шулай (“бай тел”, “ярлы тел”). Был бәхәстең заңын шул осорҙа йәшәгән аң-аҡылға айбарлы әҙип хәл итә. Төрки телдәрҙең бик боронғо шишмә башы икәнен, уның тора-бара даръяға әүерелеүен, киләсәктә диңгеҙ-океан буласағын тәрән белемле, аң-аҡылы, хис-тойғоһо, ярһыу күңеле, ҡайнар йөрәге, йәне, ҡаны, тәне менән аңлаған әҙип (телсе, әҙәбиәтсе) Мәхмүт Ҡашғари (XI быуат) төрки телдәрҙең хосусиәтен “бай” тигән бер һүҙ менән аңлата. Уның шулай икәнлеген төрки телдәрҙәге һүҙҙәрҙең (башҡорт, татар, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, уйғыр, шор, хаҡас һ.б.) тамырҙары бик боронғо тарихлы булыуы, йылдар, быуаттар үтеү менән морфологик (өй-ҙә-ге-ләр-ҙе-ке-н-ең) үрсеп китеүе, синтаксик яҡтан бөтөнәйеүе, стилистик хәсиәте киңәйеүенә һылтанып иҫбатлай.
Атаҡлы төркиәтсе, академик Ә. Тенишев әйтеүенсә, төркиҙәрҙә айырым диалекттар яҙма әҙәби тел өсөн ғәжәп эстәлекле, һүҙ-һүрәт яһарҙай, һүҙ-фекер булырҙай, һүҙ-тойғоло лексик берәмектәр биргән. Хәйер, төркиҙәрҙең бик боронғо замандарҙа уҡ телде әҙәби яҡтан эшкәртеү өсөн “Тел байрамы”, “Тел ярышы”, “Тел йыйыны” үткәреүҙәре лә раҫлап тора был фекерҙе. Ҡылымдар буйынса ғына фекер йөрөткәндә лә, төрки телдәрҙең донъялағы алдынғы телдәрҙән бер ҙә кәм булмауы (ҡайһы бер үҙенсәлектәре буйынса хатта артығыраҡ икәнлеге) хаҡында әйткәйне күренекле телсе Ҡ. Насыри. “Грамматика — телдең атаһы, этимология — телдең әсәһе”, — ти ул. Тел тураһында шәхси фекер әйткәнсе, ана, ниндәй ҡануниәтте белеү мотлаҡ. Абайҙың: “Һүҙҙең эсе — алтын, тышы — көмөш”, — тигәне лә ныҡ уйландыра.
“Әҙип һүҙе — милләт йөҙө”, тигәнде аңлауы еңел дә, түгел дә. Әҙип (шағир, прозаик, драматург һ.б.) бер һүҙ менән генә лә милләттең ысын йөҙөн аса ла ҡуя. Абай әйткәнсә, ниндәй алтын бар һүҙ эсендә? Тышындағы көмөшөн нисек аңларға? Ҡыҫҡаса, ябай ғына, фән тәрәнлегенә артыҡ суммайынса әйткәндә, һүҙ алтыны — ана шул тамыр-нигеҙҙәрҙә, һүҙ көмөшө — төрлө грамматик сараларҙа. “Прометей уты” тигән метафора, әйтәйек, боронғо Юнанда яһала. Кешеләргә изгелек эшләүсе Сәмреғош уны ер йөҙөндәге башҡа илдәргә лә таратып оса. М. Кәримдең һүҙ сәнғәте оҫтаһы икәнлеге мәғлүм. Уның бәғзе һүҙе, ысынлап та, башҡорт милләте йөҙөн сағылдырып тора. “Ташлама утты, Прометей!” тигән сәхнә әҫәре — шуның бер миҫалы. Башҡорт халҡы Ватан һуғышында ла (1812—1814), Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла (1941—1945), унан һуң да Прометей ныҡлығы күрһәтте. Әгәр шулай булмаһа, М. Кәрим ундай әҫәр ижад итмәҫ ине.
Оҫта әҙип (шағир, прозаик, драматург) бер һүҙбиҙәгес (эпитет) менән генә лә милләт һәм илдең үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген тасуирлай ала. “Иҫке Русия мәмләкәтендә, бөйөк Башҡортостан тупрағында...” тип башлай Ғәлимйән Ибраһимов “Ҡыҙыл сәскәләр” тигән романын (1921 йыл). Айырым илде бөйөк тигән логик эпитет менән данлау әүәл-әүәлдән килә: Бөйөк Британия, Бөйөк Болгария, Бөйөк Венгрия... Минеңсә, төрки ҡәүемдәренең бөйөк яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтан башҡа берәү ҙә Башҡортостан тураһында бындай фекер әйтмәгән әле. Бөйөк, ғиззәтле, һоҡланғыс, шәфәғәтле әҙипте фани донъяға бай, матур, гүзәл, нәфис тәбиғәтле Башҡортостан ере биргән (1887 йылдың март айында хәҙерге Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуа әҙип). Арттырып әйтһәк, унда – пәйғәмбәрҙәр аҡылы. “Сағыштырыу — танып-белеүҙең әсәһе”, — тигән боронғолар. Әлеге “бөйөк” тигән һүҙҙе әйткәнсе Башҡортостанды башҡа бик күп мәмләкәттәр менән сағыштырып ҡарарға кәрәк булған әҙипкә.
Сағыштырыу һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо кәүҙәләндереүгә ныҡ ярҙам итә. Ғәлимйән Ибраһимов 1910 йылда яҙылған “Яҙ башы” тигән беренсе хикәйәһендә шундай сағыштырыу ҡуллана: “Тулҡынлы үлән диңгеҙе араһынан наҙлы ҡыҙ йөрөшө кеүек борғаланып-борғаланып аҡҡан йылға...” Ҡыҙ образы — илдең матурлығы ла, гүзәллеге лә. “Ҡыҙ” һүҙенең эске алтыны төрлө яҡлап биҙәй ил йөҙөн. Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” романында ла ҡыҙ образы нәфислек өсөн генә түгел, ил ғорурлығын сағылдырыу йәһәтенән дә файҙаланыла: “Йәй башының далаһы тамам йәшәреп, һутланып, тулышып өлгөргән йәш ҡыҙҙай, күҙҙе ҡыҙҙырып ята. Ауырғазыға (Ғ. Ибраһимов иле) Ҡырмыҫҡалы (Ғ. Хөсәйенов) яп-яҡын. Икеһе лә тәбиғәт ожмахы ҡуйынында йәшәй. Әҙәби әҫәр, мәғлүм ки, матурлыҡ йәки эстетика менән бәйле. Ике прозаиктың да эстетик идеалы был осраҡта – ил нәфислеген йәш ҡыҙҙа булған гүзәл сифаттар менән шәфәғәтләү. Ғ. Ибраһимов әҫәрҙәрендә — 8220 фразеологик әйтем, 2000 сағыштырыу, 150 мең метафора. Ғ. Хөсәйеновта ла шул сама. Аллаға шөкөр!
Һәр милләттең һүҙлек хазинаһы лексик-семантик илаһилығы буйынса ла өйрәнелә: поэтизмдар (матур яңғырашлы һүҙҙәр), неологизмдар (яңы һүҙҙәр), архаизмдар (иҫке һүҙҙәр), диалектизмдар (урындағы һүҙҙәр), алынмалар (сит һүҙҙәр), ябай һүҙҙәр (просторечия) һ.б. Кеше күңелен эстетик моң менән зауыҡлаусы нәфис әҙәбиәт өсөн һуңғыһының тел-стиль ҡиммәте юҡ шикелле. Ләкин һис тә улай түгел икән. Ғ. Хөсәйенов, мәҫәлән, “Ҡанлы илле биш” романында әҙәби телдәге “ҡурҡыу” урынына халыҡтың “шыр ебәреү” тигән фразеологик әйтемен ҡуллана: “Башҡортостанда батшалыҡҡа ҡаршы бер-бер артлы оло-оло яуҙар ҡубып тора. Ирек һөйөүсе яусыл башҡорттарға бер дин, ҡан-ҡәрҙәш татарҙар, ҡыр-ҡаҙаҡтар ҙа ҡушылып китһә, эш харап. Бөтөн мосолман, төрки халыҡтар ҡуҙғалыуы бар”. Бына ниңә шыр ебәрә батша. Был фразеологик әйтемдә юмор ҙа, сатира ла бар. Халыҡ әйтһә — хаҡ әйтә. Тетрәнә, шыр ебәреп йәшәй XVIII быуаттағы Рәсәй батшаһы. Әҙиптең бер һүҙе бомба булып төшә батша башына.
Ә бына шағир Ирек Кинйәбулатов “Бородино” тигән поэмаһында Наполеондың ысын йөҙөн башҡорт халҡының көлкөлө һүҙе “маташыу” менән аса: “Наполеон да аҡыл алмай, Мәскәү тиеп һаташҡайны. Ваҡытлыса ғына булһын, Уны алып “маташҡайны”. Наполеон шыр ебәрә торған батша түгел. Уның маташыуынан, мәгәр, хаҡлыҡ яратыусы Тарих бабай ҡаһ-ҡаһа көлдө. Маташыу менән отолоу Гитлер алйотлоғона ла ҡәбер ҡаҙыны.
Башҡорт теле — бай тел. Уның шулай икәнлеген әҙиптәр әҫәрҙәренең сәнғәтсә эшләнеше лә раҫлап тора. Миңә Наил Ғәйетбайҙың 40-тан артыҡ комедияһын уҡып сығырға тура килде. Драматург “алйот” тигән һүҙҙең 62 мәғәнәләшен (синонимын) ҡуллана. Беҙҙең эраға тиклем йәшәгән (496 – 406-сы йылдар) беренсе драматург Софоклдан (Саф аҡыл) башлап Шекспир, Островский, Чехов, Горький, Ғ. Камал, К. Тинчурин, С. Мифтахов һәм башҡаларҙың сәхнә әҫәрҙәре тел-стилен тикшереп ҡараһаң, бер һүҙҙең шул тиклем мәғәнәләшен биргәне юҡ әле хәҙергә. Н. Асанбаев иһә 50-гә яҡын сәхнә әҫәрендә контаминацияланған (уҡмаштырылған) фразеологик берәмек ҡулланыу рекорды ҡуйҙы (донъя драматургтары араһында беренсе урында тора). Бында ике үҙенсәлек: 1) башҡорт теленең бай булыуы; 2) шул байлыҡтан файҙалана белеү.
Ғ. Ибраһимовтың Башҡортостанды БӨЙӨК тип баһалауына йәнә туҡталайыҡ әле. Бөйөк әҙип ундай алтын фекерҙе үҙ мәмләкәтенең ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтарын башҡаларҙыҡы менән сағыштырып ҡарау һөҙөмтәһендә әйткән. Был бөйөк фекергә мин үҙем аң-аҡылым, хис-тойғом, йөрәк ҡайнарлығым, йәнем, ҡаным, күңел шәфәғәтем менән ҡушылам. Шулай ҙа борсолоуҙы ла йәшермәйем. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында миңә Польша, Румыния, Венгрия, Чехословакия, Германияла фашизмды тар-мар итеү көрәшендә ҡатнашырға тура килде, һуғыштан һуң да, төрлө хәрби вазифалар үтәй-үтәй, ике йыл буйы булырға тура килде ул илдәрҙә. Ерҙәр аҙ. Көндәр болотло. Саф һауа юҡ. Ағастар моңһоу. Халыҡ күңеле төшөнкө. Румынияла, әйтәйек, тау һырттарындағы айырым урындарҙы һайлап алып, уны таштан таҙартып, шунда түтәл яһап, ниҙер сәсәләр. Ҡыҙғана инем мин уларҙы. Башҡортостандағы ҡара ебәктәй ҡара тупраҡты күҙ алдыма килтереп, уйлана торғайным. Хәҙер ул ҡара ебәктә шашына-шашына, ярһый-ярһый үҫкән ҡый үләндәрен күреп (әйтерһең, шайтан ҡотора), йөрәк өҙөлә, күҙгә йәш тула. Ни эшләнек беҙ?
Шулай ҙа әҙәби тел үҫә. Әммә, Пушкин әйткәнсә, әҙиптең маҡсаты — әҙәби телде халыҡ теле дәрәжәһенә төшөрөү түгел, халыҡ телен әҙәби тел бөйөклөгөнә күтәреү. Горький әйткәнсә, халыҡ теле — “сей” тел, әҙәби тел — әҙиптәр тарафынан эшкәртелгән тел. Һуңғы йылдарҙа тел мәҙәниәтенә иғтибар ныҡ артты. Уның фәнни нигеҙен тел ғалимдары ла өйрәнә. Был өлкәлә профессор Ж. Кейекбаев ныҡ шөғөлләнгәйне. Уның тел шишмәһен киңәйтергә М. Зәйнуллин, 3. Ураҡсин, В. Псәнчин, 3. Рәхмәтуллина, Ф. Санъяров һ.б. тел ғалимдары кереште. Башҡорт дәүләт университетында академик М. Зәйнуллин етәкселегендә тел мәҙәниәтен яҡтыртҡан кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлана, башҡа юғары уҡыу йорто ғалимдары менән берлектә төрлө конференциялар үткәрелә.
Милләт булып ойошоу өсөн тел, урын (биләмә), мәҙәниәт нигеҙендә сәскә ата торған психологик иман, матди һәм рухи байлыҡ гөлө, иҡтисад кәрәк. Милләттең беренсе илаһилығы тел-үҫештә. Тел мәҙәнилекте ярата. Быға ла, әйтелгәнсә, иғтибар артты. Шөкөр.
Башҡортостан хәҙер күп сит илдәр менән дуҫлаша, ҡунаҡлаша, туғанлаша. Еребеҙҙең бөйөк булырға бөтөн мөмкинлектәре бар. Әҙип һүҙе милләт йөҙөн балҡытырҙай булһын. Амин.
Суфиян ПОВАРИСОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,
БДУ профессоры.