Ауылға хат29.09.2015
Сергей Аксаков
(1791—1859)
Яҙ килде, яҙ! Йылдың күрке,
Тик тар Мәскәүҙә түгел.
Эй Дим яҙы! Ҡояш наҙы
Иркәләй, нурын бүлеп.
Бында тәбиғәт сыҡмаған
Иң саф сабый сағынан.
Бында шаулай ҡарурмандар,
Күлдәрҙә күк сағыла.
Һыҙыла ҡара бураҙна
Ерҙе һабан ярғанда.
Шау сәскәле яландар!
Мәскәү яғын һөйләһәләр,
Тыңлау ҡыйын шулай ҙа.
Баҡсалағы ҡороған ҡыуаҡ,
Сибек үлән туғайҙа.
Тонсоу күләүек еҫенән
Ҡәнәғәт бында халыҡ.
Танауын ҡаплап, һауаны
Маҡтай бит хайран ҡалып.
Юҡ! Был яҙ — минеке түгел,
Һаҙ ҙа һаҙ, ҡом, шыршылар.
Ҡырағай далам, урманым
Мине ҡасан ҡаршылар?
Беҙҙең сәхрәләрҙә генә
Йәмдәр табам йәнемә.
Атлығам яҡты күлдәргә,
Башҡорт йәйләүҙәренә.
Шул күлдәргә өйөр-өйөр
Аттарҙың ҡарауҙары...
Яйлап ҡына Яйыҡ аға,
Урап Рифей тауҙарын.
Бәрәкәтле, изге яҡтар!
Күпме хазина ерҙә!
Тик яҙмаҫ ергә үҙ халҡын
Гел бәхетле итергә.
Күҙе ҡыҙып, килмешәктәр
Бында килеп тулырҙар.
Ерҙе танымаҫлыҡ итер
Рәхимһеҙ, ҡомһоҙ ҡулдар.
Иҙелер туғай, йығылыр урман,
Бысранып бөтөр һыуҙар.
Байлыҡ эҙләп тирә-яҡты
Соҡорҙар, аҡтарырҙар.
Тау-тау аҫыл мәғдәндәрҙе
Ҡатламдарҙан алырҙар.
Ерҙең һутын, ерҙең ҡотон
Бөтөрөр яттар һурып.
Бындағы күпме байлыҡты
Ситтән килгәндәр урыр.
Кейектәр биҙеп бөтөр,
Ҡыуылып ситкә китер!..
1830.
Тәржемәсенән:
— Сергей Тимофеевич Аксаков урыҫ әҙәбиәтендә бик үҙенсәлекле прозаик, башҡорт тәбиғәтен данлаусы булараҡ юғары баһалана. Ләкин уның башҡорт ерен шиғыр менән дә данлағанын, гүзәл төбәгебеҙҙең киләсәк яҙмышы хаҡында бик ныҡ борсолоп шиғырҙар ҙа яҙғанын хәҙер күптәр белмәй. Бынан 185 (!) йыл элек донъя күргән, башҡортсаға әле тәүге тапҡыр тәржемә ителгән был әҫәрҙәге бик хафаланып әйтелгән зирәк һүҙҙәр, хәүефле уйланыуҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда күңелһеҙ ысынбарлыҡҡа әйләнде. Сергей Аксаков ижады аҫыл ер-һыуҙарыбыҙҙың, ялан-урмандарыбыҙҙың яҙмышын һәр саҡ ҡәҙерләп, ҡурсалап йәшәргә тип киләсәк быуындарға ҡалдырылған изге васыят ул. Барыбыҙ ҙа бөйөк яҡташыбыҙҙың ошо васыятына тоғро булһаҡ ине.