“Әҙәби нағыш” – Краснокамала!29.09.2015
Башҡортостанда матур ерҙәр бик күп, әммә Краснокама районы үҙенсә йәмле. Уны башҡа бер төбәк менән дә бутап булмай. Етеҙ Танып – Ағиҙелгә, ә Ағиҙел Ҡыҙыл Камаға барып тоташҡан ғәжәйеп йәмле ерҙәрҙә шиғри йәнле кешеләр йәшәй. Ошонда тыуып үҫеп, аҙаҡ бөтә илгә танылған яҙыусы, шағирҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала был яҡ кешеләре. Билдәле башҡорт шағиры Муса Йәһүҙин (Мусаниф), күренекле татар драматургы Ғамир Насыри, Мари Иле Республикаһының халыҡ шағиры Александр Юзыкайн, трагик яҙмышлы талантлы татар шағиры Эдуард Мостафиндарҙың исемдәре әҙәбиәт тарихында ғүмерлеккә тороп ҡалды.
Райондың бөгөнгө әҙиптәре Эсфир Йәһүҙин, Нажиә Басирова, Рәмзинә Тимерова, Татьяна Манякина, Гөлназ Ғафарова, Гөлнара Ғүмәрова, Зоя Волкова, Людмила Коняхина, Фәниә Мөнирова, Юрий Якубов, Татьяна Романенко, Нурия Ғәлиева, Федора Бреднева һәм Хатип Кашаповтар ең һыҙғанып эшләй, үҙебеҙсә әйткәндә, ижад ҡаҙанында ҡайнай. “Замандаш” һәм “Инеш” ижади берекмәләре ағзалары, үҙәк китапханаға йыйылып, ҡулъяҙмалар тикшерә, әҙәби диспуттар, кисәләр ойоштора. Йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәре Нефтекама ҡалаһында йыйынтыҡ булып донъя күрҙе. Тиҙҙән Краснокама районының 85 йыллығына арналған шиғыр китабы баҫылып сығасаҡ. Бөгөн райондың ҡәләм тирбәтеүселәренә һүҙ бирәйек.
Алтын менән яҙылған
Краснокама ерендә
Бер ауыл бар – Мошты, тиҙәр.
Уға ошо исемде
Бабайҙар ҡушты, тиҙәр.
Бына ошо ауылда,
Дуҫтарым, мин тыуғанмын.
Зәңгәр күлгә йүгереп,
Ҡаҙ-өйрәктәр ҡыуғанмын.
Йәшем еткәс, мәктәпкә
Бик ашҡынып барғанмын.
Ун йыл буйы тырышып
Шунда белем алғанмын.
Күңелемә шиғри юлдар
Нәҡ мәктәптә килгән бит.
Оло йәнле уҡытыусым
Һәләтемде күргән бит!
Ә һуңынан – институт,
Редакция һәм мәктәп…
Тормайым һәр береһен
Оҙон-оҙаҡ мин маҡтап.
Барыһы ла тормошомда
Алтын менән яҙылған.
Иң күңелле миҙгелдәрем
Шиғри юлға һалынған.
Аҡ сәскәләр
Ниндәй серҙәр һаҡлай аҡ сәскәләр,
Теләр инем шуны аңларға.
Ҡулдарыма алып саф таждарын,
Һүҙ ҡатаһы ине уларға.
Аҡ сәскәләр кеүек эскерһеҙме,
Сафмы һинең күңел хистәрең?
Тапланмаҫмы йылдар үтеү менән,
Юғалтмаҫмы улар төҫтәрен?
Ярҙам итер, бәлки, сәскәләрем,
Мең һорауға яуап табырға.
Кәрәк түгел күңел хисебеҙҙе
Тимер йоҙаҡтарға ябырға.
Гөлнара ҒҮМӘРОВА.
Һис аңламайым...
Тауышһыҙ аға, тиҙәр бит
Тәрән йылға-даръяны,
Иртән рәхәт, кисен ҡыйын –
Аңлап булмай донъяны.
Көндөҙ аҡлаған хаҡлығың
Төнөн ҡаралып сыға.
Бер алдын, бер артын күреп,
Йөрәк, сыҙаһаң – сыҙа.
Һандуғас булып дан алған
Ҡарға булып ҡысҡыра.
Себендән фил яһай берәү –
Әйтерһең, ҙур эш ҡыра.
Күҙ асып йомған арала
Дошман дуҫҡа әйләнә.
Хәлле байҙы эҙләп табып,
Сәстәр сәскә бәйләнә.
Йәйен ҡарҙар күмеп китә,
Ә ҡышын ямғыр яуа…
Һис кенә лә аңламайым,
Ҡайҙа бара был донъя?
Гөлназ ҒАФАРОВА.
Иламаһын
ветерандар
Көл өҫтөндә гөл үҫтергән
Ветерандарҙың моң-зары.
Гөлгә тамған күҙ йәштәре
Миҙал төҫөндәй һап-һары.
Ветерандар һүҙһеҙ илай,
Телһеҙ ҡалдым, иҫем китеп.
Һуғыш хәүефе уйылған
Йөҙҙәр бойоҡ, күңел китек.
Көл өҫтөндә үҫкән гөлгә
Күҙен һөртөп ул үрелде.
Шул бер тамсы тамған йәштән
Ҡороп барған гөл терелде.
Ошо хәлде аңлар өсөн
Күпме ғүмер башым ватам.
Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә,
Ветеранды мин йыуатам.
Еребеҙҙең бөтөн гөлөн
Һаҡлар ине һеҙгә Ватан.
Иламаһа ветерандар,
Мин дә гөлдәй сәскә атам.
Нажиә БАСИРОВА.