Үҙем булам тигән даръяларҙа йөрәк аша була һөйләшеп26.09.2015
Үҙем булам тигән даръяларҙа йөрәк аша була һөйләшеп Салауат районының Юлай ауылында тыуған танылған режиссер Франгиза Илбәкованың “Үҙем булып ҡалам” тип аталған ижад кисәһе үтеүе хаҡында иғланды күргәс, студент, йәшлек йылдары иҫкә килеп төштө. Башҡортостан телевидениеһында шиғыр тапшырыуҙары, шиғри спектаклдәр сығарыуға өлгәшкән автор тап минең күңелем өсөн генә программалар әҙерләй төҫлө ине. Йылдар үткәс, үҙемә лә бәхет тейҙе уның “Дарман”ының геройы булырға. Әҙерләгән тапшырыуҙарының геройҙарына, әйтәһе һүҙенә мөнәсәбәтен тәрән аңлайым кеүек, шуға ла “Үҙем булып ҡалам” тигән кисә күңелемде берсә тетрәндерҙе, берсә һиҫкәндерҙе. Еңелме икән ул был тормошта үҙеңдең хыялдарыңа, эске донъяңа тоғро ҡалыу? Ире, Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы ҡурайсы Ишморат ағай менән улар икеһе лә ихлас, кешеләргә үтә лә ышанып барыуҙары арҡаһында яҙмыш һынауҙарын аҙ кисермәгәндәр, шуға ла берҙән-бер ҡыҙҙары Зөлхизәне үҙҙәре баҫҡан тырмаларға абынмаҫҡа өйрәтә алырҙармы икән, тип уйлаған саҡтарым да була торғайны. Бына ошолайыраҡ тоҫмаллай инем мин Франгиза Финан ҡыҙының эске донъяһын. Үҙе менән бергә эҙләп ҡарайым әле күңел ишектәренә асҡыс.
– Ни өсөн “Үҙем булып ҡа­лам” тип атағанһығыҙ кисә­геҙҙе?
– Йәмғиәттә, кешеләр ара­һын­да йәшәгәс, бәндә үҙгәреүсән була. Кемдеңдер күңел торошон – вазифа, икенсенекен аҡса, өсөнсөнөкөн дәрәжә алыштыра. Йәш саҡта беҙ бер төрлө, урта йәштәрҙә бүтәнсәрәк, ҡартайғас бөтөнләй башҡа булабыҙ. Мин өләсәй менән үҫтем, ә ул һәр саҡ “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тип ҡабатларға ярата ине. Эстән нисекмен, тыштан да шулаймын. Актрисаға уҡыһам да, диплом алһам да, тормошта актер була алманым. Кеше яҙ­мыштары, кисерештәре менән уйнай белмәйем. Шуға күрә лә кисәмде үрҙә әйтелгәнсә атаным. Бала саҡта ниндәй булғанмын, шул килеш ҡалам.
– Ә был яҡшымы, әллә яман­мы? Ғөмүмән, ул күре­неште үҙегеҙ нисек аңла­таһығыҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, яҡшымы, яманмы икәнен әйтеүе ауыр. Һәр кешегә, уның ҡылығына баһа би­реү­ҙе үҙ өҫтөмә ала алмайым. Аллаһ Тәғәләгә лә еңел түгел­дер, әммә уға тапшырабыҙ был ғәмәлде. Баяғы өләсәйем әйт­кән­сә, кеше күңелдәре – ҡара ур­ман, уны бер ҡасан да то­­­тош- ­лайы менән аңлап та, тойоп та бөтөп булмай. Тормош һәр кеше алдына һынауҙар ҡуя, ана шуларҙы үткәндә үҙең булып ҡалыуы еңелдән түгел, минеңсә. Ә шулай ҙа мөмкин! Минең өсөн үҙемдең бала саҡ хыялдарыма, күңел сафлығына хыянат итмәү – ҙур бәхет. Юлымды ҡыйһалар ҙа, һындырырға теләһәләр ҙә, ошо маҡсатыма ирешергә тырышып йәшәйем ғүмер буйы.
– Ә юлығыҙҙы күп ҡый­ҙылармы?
– Эйе, асыҡтан-асыҡ әйтеп яманлыҡ ҡылғандар ҙа булды, ул хәл­дәр инде алыҫ йәшлектә ҡал­ды, шуға әллә ни әһәмиәт бир­мә­йем дә кеүек. Яҡын дуҫтарҙың да һатыуы ихтимал был донъяла, әммә тап ана шул һынауҙар беҙ­ҙе кеше итеп сыныҡтыра, күңе­лебеҙҙе сафландыра. Ниндәй генә эш башҡарһам да, мин талашып, тартышып, һуғышып йөрөй белмәйем, бәлки, шуға ла театр донъяһында ла, шиғриәт илендә лә урын таба алма­ған­мындыр. Сөнки кемдәрҙер, ниңә театрҙан киттең, тип минең өсөн борсолдо, икенселәр, ниңә ши­ғ­ри йыйынтығыңды сығар­ма­ның, тип үкенес белдерҙе. Үҙемде нисектер ижад донъяһынан ситлә­телгән итеп тоймайым ул. Һәр ваҡыт теге йәки был төр сәнғәт әһелдәре менән бергә ҡайна­йым, ижади портреттар эшлә­йем, шиғри гөлләмәләр әҙерлә­йем, шәхестәрҙең эске донъяһы тураһында замандаш­тарыбыҙҙа яҡты фекер уятырға тырышам. Нисек кенә булмаһын, үҙемдең яҙған юлым барлығын тоям. Үҙем ҡойған бәхет, тип аңлайым мин уны.
– Камиллыҡҡа ынтылыш­мы?
– Эйе, беҙ бит һәр минут, секунд һайын яҙмыш һынауҙары аша үтеп, уйҙарыбыҙҙы, ғәмәл­дә­ребеҙҙе сафландырабыҙ. Фе­кер­ҙәрҙе, хатта күңел ки­се­­реш- ­тәрен дә тәрбиәләп була. Ка­миллыҡҡа табан барған юл еңел тип әйтмәгән берәү ҙә, әммә ми­нең шунан атлау­сыларҙың береһе булғым килә.
– Өләсәйегеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле. Кем ине ул инсафлы әбей?
– Сәхипъямал өләсәйем – әсәйемдең әсәһе. Элек атай-әсәй эштә, ә балалар өләсәй, олатай тәрбиәһендә бит инде. Беҙ алтау үҫтек, мин дүртенсе инем. Сә­хипъ­ямал өләсәйем миңә до­ға­лар өйрәтте, күңелемә иман ор­лоҡтары сәсте. “Ағиҙел” журналын алдыра торғайныҡ. Тимер карауаттың бер башына – мин, икенсеһенә ул ултырып алабыҙ ҙа, Зәйнәб Биишеваның, Һәҙиә Дәүләтшинаның һәм башҡа баш­ҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен ҡыс­ҡырып уҡыйбыҙ. Йән әрнет­кес урындары булһа, илап та ебә­рәбеҙ. Ағайымдар килеп керә лә беҙгә аптырап ҡарап тора. Өлә­сәйем миңә аяттар, мәрхүм­дәр­ҙе нисек тәрбиәләргә кәрәк­леген, дин нигеҙҙәрен өйрәтте. Хатта йән ҡайтып йөрөүе хаҡында ла һөйләй ине. Шуға күрә мин уның ҡәберенә, бер туған ағайымдың зыяратына барһам да, ҡосаҡлап алам. Кемдер был ҡылығымды аңлап та етмәҫ, икенселәр тән­ҡитләр, әммә миңә шулай тыныс, улар минең йылылығымды, онотмауымды тоя кеүек.
– Бала сағығыҙҙан шундай хисле инегеҙме?
– Уныһын аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә шиғырҙар уҡырға ғына түгел, үҙем шиғыр сыға­рыр­ға ла әүәҫ инем. Салауат районы Силәбе өлкәһе менән сиктәш бит инде, шуға күрә беҙ урыҫ телендә лә яҡшы аралашып үҫтек. Беренсе яҙған шиғырым да рус телендә булды, уны әле булһа яҡшы хәтерләйем:
Наступил апрель,
А весны все нет.
Ждем мы теплых дней,
Идет белый снег.

Где же ты, весна?
Весна, ты красна.
Иль в плену зимы?
Тебе не до сна?
– Ҡыҙыҡ шиғыр килеп сыҡҡан ул!
– Күрше Әлкә мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Юлда урман аша ҡайтыла, тәбиғәткә һоҡланып, ҡоштар тауышын тыңлап, иҫем китеп йөрөй торғайным. Бер мәл хатта ҡышын артымдан сатан бүре йүгергән. Ә мин уны күр­мәйем, сөнки урманды ҡарап тик киләм. Икенсе көндө йыртҡыс­тарҙы атып алғандар ҙа юлда мине тап итеп ултыртып алып ҡайтҡан ағайҙар теге бүрене күрһәтә. “Ниңә бер үҙең йөрөй­һөң, берәй йәнлек тап булһа, нишләрһең?” – тип әрләнеләр. Әйткәндәренә иғтибар иттемме икән, юҡмы, белмәйем, әммә сатан бүренең шундай ҙур булғаны ғына хәтеремдә ҡалған.
Уҡытыусыларымдың береһе Вилмир Иштимер улы, уҡытыусы булыуымды теләп, Башҡорт дәү­ләт университетына ебәрҙе. Әм­мә иншамды “яҡшы” бил­дәһенә яҙһам да, ҡабул итеү комиссия­һында ултырғандарҙың илти­фат­һыҙ ғына ҡараштарын тойоп, телдән имтиханды тапшырып тормай сыҡтым да киттем. Һәр саҡ ана шулай үҙемдең эске кисерешемә таяндым. Миндә тойомлай белеү, алдан күреү һәләте юҡ ул, әммә ана шулай һис көтмәгәндә тотам да үҙемсә эшләйем дә ҡуям.
– Аҙаҡ үкенмәнегеҙме һуң БДУ-ға инмәүегеҙгә?
– Үкенес, бәлки, элегерәк бул­ғандыр, әммә минең үтәһе юлым тап ошолай яҙылған. Аҙаҡ ауыл­ға ҡайтып пионервожатый булып эш башланым. Балалар менән төрлө сараларҙа ҡатнашып, ал­дынғы урындар яулай башланыҡ һәм миңә сәнғәткә барырға кәңәш иттеләр. Училищеның бинаһына кереп барһам, йәш кенә егеттәр һөйләшеп, көлөшөп ултыра. Улар миңә сәнғәт институтына бергә уҡырға инәйек, тип тәҡдим итте. Торараҡ курсташтарым булып киттеләр: Мәғәфүр Усманов, Радик Рәжәпов, Илгиз Кәримов.
– Артист булырға теләгән студенттар этюд эшләп күрһә­тә, белеүемсә...
– Дөрөҫөн әйткәндә, мин һы­йыр һауып уҡырға инеп киттем! (көлә.)
– ?
– Һеперткене гитара итеп уй­най алһағыҙ, һеҙҙән артист сы­ғыр, тигәнде ишетеп ҡалдым. Ә бында этюд әҙерләргә ҡушалар бит инде. Ауылда булған хәл иҫкә килеп төштө лә шуны күрһәтергә булдым. Һыйыр һауғанда малҡай мине тибеп осорғайны, бына ошо күренеште сәхнәләштерергә тырыштым. Ҡараһам, минең әҙерләп ҡуйған яулыҡтарымды кемдер алып файҙаланған, шунан имтихан ҡабул итеүселәр араһынан Олег Ханов миңә ярҙам итеп ебәрҙе – ҡулъяулығын бирҙе. Бына шул рәүешле студентка булып киттем. 2-се курстан сәхнәгә сыға башланым. “Юлдар өҙөлгән мәл”, гастролдәрҙә “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклдәрендә уйнаным. Тик мөхәббәт барыһына нөктә ҡуйҙы!
– Ентекләберәк?
– 3-сө курста Ишморат менән танышып киттек тә 4-селә өй­лә­нешеп ҡуйҙыҡ. Ә инде диплом спектаклен Зөлхизә йөрәк аҫ­тында килеш уйнаным. Аҙаҡ фи­лармонияға эшкә саҡырҙылар, телевидениела оҙаҡ йылдар эш­ләйем. Ошо юлды һайлағас, ишек­тәр асылып ҡына торҙо. Мәс­кәүҙәр менән берлектә ойош­торолған төркөмдә – Өфө дәүләт сәнғәт институтының “телевидение режиссеры” бүлегендә уҡы­ным. Әле лә тап ошо йү­нә­­­леш- тәге мәктәп-студияла йәштәр менән шөғөлләнәбеҙ. Кемдер телевидениены етеш­тереү урыны тип күрә, әммә ул иң беренсе сиратта – заманса сәнғәт төрө. Уның халыҡ аңына, күңеленә тәьҫир итеү көсө ҙур. Шуға күрә мин әҙерләгән тап­шырыуҙа­рымды күберәк заман­даш­тарымдың йөрәгенә им бу­лырҙай итергә тырышам. М. Кә­римдең “Йәйәүле Мәхмүт” спектаклен әллә нисәмә тапҡыр ҡараным һәм төп геройҙың асы­лы һәр саҡ таң ҡалдыра килә. Телевизион спектакль эшләргә уйлағайным ошо әҫәр буйынса, бына инде оҙаҡ йылдар шул эшем тамамланмайынса ята. Тоторға ла эшләргә кәрәк! Тик ниәтемдән ситләштереп, башҡа мәшәҡәттәр баҫа ла китә. Шуныһы өмөтлән­дерә – хәҙер бит сәнғәт әҫәрҙә­рен эшләр өсөн гранттар бүленә. Бәлки, ошо рәүешле ижади коллектив туплап, маҡсатыма өлгәшеп ҡуйырмын, тим.
– Өйөгөҙҙә бөтәгеҙ ҙә – ижад кешеләре. Бының ыңғай һәм кире яҡтары бармы?
– Шуныһын ап-асыҡ әйтә алам: ижад кешеләре бер-бере­һен ярты һүҙҙән аңлай. Ирем булған өсөн генә түгел, мин Ишмораттың ҡурайын да, моңон да бик яратам. Уның халыҡсан тауышы, милли аһәң менән әҫәр­ҙәрҙе башҡарыуы бер кемде­кенә лә оҡшамаған. Шуға ла уның ижады буйынса концерттар эшләү миңә еңел бирелде. Мәскәүҙә уҡығанда хатта диплом эше итеп башҡарҙым мин уны. Улар өсөн Ишмораттың ижады бер асыш булды. Арта­банғы концерттарына ла сце­нарийҙар яҙып, режиссер бу­ла­раҡ халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иттем. Ул – ғаиләләрендә иң кесе бала. Тыуғанда атаһына – 54, әсәһенә 42 йәш булған. Бәлә­кәйҙән йырлап үҫкән, шуға вокал бүлегенә уҡырға инергә те­ләгән. “Йәдкәр” фольклор төркө­мөнөң халыҡ араһында популяр булып ки­теүендә Ишмораттың да өлөшө ҙур. Сәнғәт учи­ли­ще­һын тамам­лағандан һуң, ул тотошлайы менән эшкә, ижадҡа сумды. Йылдар үткәс, Ҡа­ҙағс­тандың Ҡорманғазы исемендәге консерваторияһында уҡыны. Тормошта ниндәй генә ауыр һәм ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуһа ла, уның миңә терәк булырын бе­ләм, үҙем дә унан башҡа бер минутымды ла күҙ алдына килтерә алмайым. Бер-беребеҙгә эйә­ләшеп бөттөк инде (көлә).
– Зөлхизәнең ижадына әсәй кеше нисек ҡарай?
– Ҡыҙым бала саҡтан “Тамыр” студияһында йырлап, бейеп үҫ­те. “Бесәй, бесәй” йырын уның өсөн махсус рәүештә яҙҙыҡ. Клип эшләнек, ана шулай үҙе лә һиҙмәҫтән ул “Тамыр”ҙың һәр юбилейы һайын яңы йыр менән сығыш яһаны. “Күрше малай”, “Уйнай ҡурай”, “Батырым” йыр­ҙарын башҡарып тамашасылар араһында популяр булып китте. Уңыштары ла күп Зөлхизәнең – “Йәшлек-шоу”, “Гәлсәр һандуғас” кеүек йыр конкурстарында лауреат булды,“Урал моңо”нда 1-се урынды яуланы.
Рәсәй кимәлендәге “Новая волна” йыр бәйгеһенә 15 мең ке­ше ҡатнашырға теләп ғариза биргән. Зөлхизә һайлау этабын үтеп, 25 номинант араһына инде. Уны дәртләндереп, Мәскәүҙә клип эшләйбеҙ, тип тә саҡыр­ҙылар. Әммә баш ҡаланың үҙ талаптары, беҙгә ят булған ҡа­ғи­ҙәләре бар. 11 йәштән намаҙ уҡып үҫкән балам бер көнлөк дан өсөн үҙенең эске донъяһын еме­рергә теләмәне. Иблискә йәнең­де һатһаң, аҙаҡ ҡабат яҡты юлға баҫып китеүе ауыр икәнен ки­таптарҙан уҡып ҡына түгел, эргә-тирәләге яҙмыштарҙы күреп тә беләбеҙ. Был – уның һуҡмағы, һыҙ­ланыуҙар аша үҙен үҙе эҙ­ләүе. Юл нисек кенә урау бул­ма­һын, ул, иң мөһиме, үҙеңә табан илтһен! Зөлхизә әле йырҙар ижад итә, шәхси концертын да әҙерләрбеҙ яҡын киләсәктә.
– Һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе ни был донъяла?
– Шәхсән үҙем өсөн иң ҡәҙерлеһе – күңелем сафлығы. Әлбиттә, яҡындарымдың үҙ-үҙҙәренән риза булып, минең менән йөрәк аша һөйләшеүҙәре.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад