Һине көттөм, яҙымТағы яҙҙар килә: ерҙең еҫен
Һулайым мин тәмләп, һемереп.
Һине көттөм, яҙым, ҡыш буйына
Мең ҡат туңып, мең ҡат тилмереп.
Яландарға сығам иртә яҙҙы
Күреп ҡалайым, тип тырышып.
Яҙ килер ҙә китер елеп кенә,
Ваҡыт ҡанатына йәбешеп.
Май сәскәһе булып яҙҙар килә.
Ғүмер яҙым килә ярһытып.
Дөлдөл атҡа менеп осоп китәм,
Яҙғы елдәр менән ярышып.
Тормош та бит хас та яҙ шикелле,
Ҡаршы ала һине йырлатып.
Һәм ҡыш булып һине зәңгетер ҙә
Үҙәктәргә үтер, илатып.
СталинградАтайым иҫтәлегенә Сталинград! Һиңә тағы килдем,
Килдем һиңә тыуған яғымдан.
Исемеңде ишетһәм, тойола миңә
Һуғыш сыҡҡан кеүек яңынан.
Күңел һиңә һис өйрәнә алмай…
Гелән шомло булып ятаһың.
Эңер төшкәс, ҡара шәүлә булып,
Һин Волгаға төшөп батаһың.
Төндәрендә, мең-мең утҡа төрөнөп,
Һыу өҫтөнә тағы ҡалҡаһың.
Әйтерһең, һин Волга ҡолағына
Тағып ҡуйған шәмдәл — алҡаһың…
Волга яна… Юҡ, юҡ, һуғыш бармай,
Нефть янмай йылға өҫтөндә.
Тыныс уттар яна, ә шулай ҙа
Шомло уйҙар һаман күңелдә.
Һине күреп күңелем болоҡһона,
Ил хәтерен иҫләп көңгөрҙәй,
Был ерҙәрҙә тау-тау мәйет ятҡан,
Ҡан даръяһы аҡҡан диңгеҙҙәй.
Шул даръяны кисеп һуғышҡанда
Атайым да түккән ҡандарын.
Сталинград, һине һаҡлайым тип,
Күпме ирҙәр һалған баштарын.
Далаларың ҡыҙыл төҫтә хатта,
Ҡылыс йөҙөндәге тут кеүек.
Ерең һаман ярһып ҡыҙып ята
Көбәктәрҙән сыҡҡан ут кеүек.
Өтөр инемҺөйөү, нәфрәт, тыныслыҡ һәм һуғыш —
Мәңге тулай аңда шул һүҙҙәр.
Нисә мең йыл “һуғыш” тигән һүҙҙән
Ҡара янып китә аҡ йөҙҙәр.
“Һөйөү, тыныслыҡ!” — тип яҙыр инем
Ҡанлы йәрәхәттәр өҫтөнән.
“Һуғыш” тигән һүҙҙе өтөр инем
Мәйеттәрҙән сыҡҡан ут менән.
Эҙҙәреңдән ысыҡ эсәмен Аҡ яулығың кейеп болондағы
Аҡ томанға инеп киткәнһең.
Аҡ итектәр кейеп ысыҡ төшкән
Үләндәргә баҫып үткәнһең.
Туғай ярып үткән эҙҙәреңдән
Ергә эйелеп ысыҡ эсәмен.
Гәүһәр күҙҙәреңдән һибелеп ҡалған
Нурҙарыңды йотоп сәсәнем.
Тороп саптыңмы әллә аҡ томанда
Аҡ боландай алыҫ илдәргә.
Аҡ Уралда ҡалған һөйгәнеңде
Алмаштырҙың, бәғерем, кемдәргә?
Аҡ томанда йөрөп аҙаштың да
Йыраҡтарға китеп юғалдың.
Ҡайһы сәхрәләрҙә ысыҡ эсеп,
Янған йөрәгеңә дауа алдың?
Моң шишмәһе Кешелек йәшәгәндә тарих йәшәр,
Телең булһа — хәтерең юйылмаҫ.
Тел бөтһә, яттар ҡыҫымына
Бер халыҡ та ҡаршы тора алмаҫ.
Тормош — китап, уны бөтә халыҡ
Ижад итә туған телендә.
Күҙ терәп тә торған шул ижадҡа
Нөктә ҡуйылмаһын еремдә.
Әсәм теле миңә — моң шишмәһе,
Күпме эсһәм дә, ҡанмаҫ һыуһыным.
Әгәр уға бер саҡ хыянат итһәм,
Йөрөмәһен атлап буй-һыным.
Ике йыһан мине иркәләй Ҡояш батты. Ә мин шул ваҡытта
Ҡарап торҙом күккә — бейеккә.
Төрлө төҫтәр менән биҙәкләнгән
Күк көмбәҙе төштө Эйеккә.
Ике күктең уртаһында торам,
Ике йыһан мине иркәләй.
Ике йыһан аша ҡарап торам,
Тыуған ауылым, һиңә, Илкәнәй.
Ағастарҙы һыйпап елдәр иҫә,
Һин йоҡлайһың матур төш күреп.
Йәш тайҙарың туғай буйҙарында
Уйнап йөрөй кешнәп, бышҡырып.
Беҙ ҡасандыр йөрөгән урамдарҙан
Яңы йәштәр үтә уйынға.
Мин дә егет, имеш, ялҡын бәреп,
Бер сибәр ҡыҙ керҙе ҡуйынға.
Күреп ҡалдым: ауыл ситендәрәк
Төн осрашты яҡты көн менән.
Алмашынды төҫтәр күк йөҙөндә,
Ҡояш сыҡты яңы көс менән.
Алмашына көндәр, айҙар, йылдар,
Алмашынды күпме яҙҙарым.
Ләкин алмашынмаҫ, һис үҙгәрмәҫ
Тыуған ергә һөйөү-наҙҙарым.