Академик бүләге26.09.2015
Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, төбәктәр иҡтисады теорияһын һәм методологияһын төптән өйрәнеүсе Мазһар Насип улы Иҫәнбаев тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Академик баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шарттарында, илдең берҙәм халыҡ хужалығы комплексы булараҡ, Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың хужалыҡ комплекстарын формалаштырыуҙың методологик нигеҙҙәрен камиллаштыра. Уның хеҙмәттәре СССР Министрҙар Советы, СССР Фәндәр академияһының фәнни советтары, ғилми-тикшеренеү институттары тарафынан киң ҡулланыла.
— Фәндәр академияһында 52 йыл эшләнем. Ошо дәүерҙә туплаған эшем ете том булып донъя күрҙе. Ул “Проблемы эффективной специализации и комплексного социально- экономического развития регионов” тип атала. Ете китаптың һәр береһе айырым проблемаға арналған. Ул иҡтисад өлкәһендә белем алған студенттар өсөн уңайлы әсбап, ошо өлкәләге белгестәр өсөн ҡулланма материал буласаҡ. Йыйынтығымды Баймаҡ үҙәк район китапханаһына бүләк итмәксемен, — ти ул.
Академиктың “Экономические подрайоны Республики Башкортостан” тигән йыйынтығы Германияла донъя күрҙе. Ә быға тиклем ул АҠШ-та, Словакияла баҫылған. “Уларға мин тәҡдим итмәнем, үҙҙәре һорап алып баҫтылар. Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәтлемен!” — тип йылмая Мазһар Насип улы.
Был аҫыл ҡомартҡыларға тиң хеҙмәт китапхананың алтын фондын тәшкил итәсәк.