Кемдән ҡалмаған23.09.2015
Ябай әҙәм һанға торош микән? —
Батшаларҙан ҡалған был ғүмер.
Булһа булыр Ер, Ай, Ҡояш ҡына
Йыһан киңлегендә үлемһеҙ.
Фани донъяларҙа беҙ ҡунаҡбыҙ,
Асылыбыҙ булыр мәңгелек,
Һуңғы һулыш алғас, китә икән
Кәүҙәләге йәнең бүленеп.
Йәшәү нимә?
Эш-хеҙмәттә яныу,
Көн күрәйем тиеп тырышыу;
Иген игеү, көтөп, мал үрсетеү,
Муллыҡ булдырырға ныҡышыу.
Бер мәл бер нәмә лә кәрәк түгел,
Ат септәһе кеүек туҙаһың.
Тереләргә мираҫ ҡалдыраһың,
Аяҡтарҙы бер тын һонаһың.
Тыуып йәшәүҙәрең — бер һөнәр,
Үлә белеүҙәрең — мең һөнәр.




Вернуться назад