Муйынсаҡты кем урлаған?23.09.2015
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда “Янғантау” халыҡ-ара әҙәби фестивале үтә. Әһәмиәтле сара баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм “Янғантау” шифаханаһында уҙғарыла. Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары әҙәбиәтте үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ, мәктәп уҡыусылары менән осрашасаҡ, шулай уҡ һәләтле балаларға ижад буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк.

Фестиваль асылған көндә Өфө яҙыусылары Светлана Чураева менән Вадим Богдановтың яңыраҡ урыҫ телендә донъя күргән “Мальчик, Рыцарь и Блазнилка” китабының исем туйы үтте. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залына ошо уңайҙан әҙәбиәт һөйөүселәр, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Әйткәндәй, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән был баҫма “Фармленд” дарыуханалар селтәре ярҙамында баҫылып сыҡҡан.
Был мауыҡтырғыс әкиәттә Найден исемле малай Осли тигән рыцарь менән ҡиммәтле муйынсаҡты эҙләп сығып китә. Затлы әйберҙе Блазнилка ҡушаматлы сәйер йән эйәһе урлаған икән. Шуны эҙләгәндә, улар ниндәй генә хәлгә тарымай... Ил гиҙеп йөрөгәс, аҡыл туплай, яҡшынан яманды айырырға өйрәнә.
— Беҙ яҙған әкиәтте матур китап итеп сығарыуҙа күптәр көс һалды, — тине Светлана Чураева. – Бигерәк тә йәш рәссам Полина Мироненкоға рәхмәтебеҙ ҙур. Ул шул тиклем матур һүрәттәр менән биҙәне. Был китап уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
“Фармленд” дарыуханалар селтәре вәкиле Әлиә Нуриева яңы китаптың бер нисә данаһын З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаға тапшырҙы.




Вернуться назад