Тау һырттары буйлап таң йүгерә22.09.2015
Шундай бай, бәхетле итеп күрәм
Киләсәктең матур кешеһен.
Рәми Ғарипов.
Тау һырттары буйлап таң йүгерә,
Тау һырттарын һыйпай таң еле.
Ҡояш бөгөн беҙгә киң йылмая,
Ал нурҙары китә түгелеп.
Ысыҡ ярып, йондоҙ күҙләп барам
Ап-аҡ донъяһынан шәфәҡтең;
Нур шәлкемен услап ергә ҡоям —
Ғәзиз ерҙе мәңге йәшәртһен!
Йәшәртһен дә мәңге ер күкрәген,
Ал гөлдәрен көҙҙөң терелтһен.
Бәхетһеҙлек килһә, күңелдәрҙе
Ҡайнар тыны менән иретһен.
Асып ҡуяйыҡсы таң еленә
Күңелдәрҙең барлыҡ ишеген.
Шундай ябай итеп күрәм бөгөн
Киләсәктең матур кешеһен.