Яҙыусылар “төньяҡ ҡапҡа”ны асты22.09.2015
Яҙыусылар “төньяҡ ҡапҡа”ны асты “Әҙәби нағыш” марафоны “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Яңауылда үҙенең 40-сы туҡталышын яһаны. Ирәкте, ҡыр-танып һәм урман-гәрәй башҡорттарының вариҫтары йәшәгән Тәтешле районы вәкилдәре эстафетаны үткән йомала үҙҙәренең ҡан ҡәрҙәштәре – шул уҡ урман-гәрәй һәм уран ырыуҙары вәкилдәре – төбәк иткән Яңауыл районына тапшырҙы.
Был ерҙәр башҡорт әҙә­биә­тенә билдәле яҙыусыларҙы – Рәдиф Тимершин, Кәү­сә­риә Шафиҡова, Ғәйнан Әмири һәм Фәрит Су­фия­ровтарҙы биргән. Шулай уҡ төбәк – Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеев һәм уның ағаһы академик Нил Юзеевтың, драматург Риза Ишмораттың, шағир Әҙип Маликовтың, Мари Иле Рес­публикаһының беренсе тел­се-ғалимы һәм йәмәғәт эш­мәкәре, профессор Валериан Васильевтың, удмурт ғалимы, шағир һәм тәр­жемәсе Риф Насибул­лин­дың тыуған яғы. Районында бөгөн дә йыр-моңға маһир һәм шиғыр яратҡан бер нисә милләт халҡы дуҫлыҡта һәм туғанлыҡта йәшәй, арыу-та­лыу белмәй хеҙмәт атҡара.
Яҙыусылар “төньяҡ ҡапҡа”ны астыБында төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашлығындағы һәм күп йүнәлешле мәҙәни саралар ҙа бик матур ойошторола, һәр саҡ шаулап-гөрләп үтә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, прозаик Рәшит Низамов һәм Милли әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылова ингән әҙәби делегация ағзалары быны Яңауыл еренә аяҡ баҫыуҙарының тәүге минуттарынан уҡ үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Баш ҡала ҡунаҡтарын районда йәшәгән биш милләт вәкилдәренең йыр-моңдары һәм бейеүҙәре менән ҡаршы алды, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан ауыҙ иттереп, ҡымыҙ менән һыйланы.
Әҙәбиәт һөйөүселәр менән аралашыу үҙәк китапханала башланып китте. Әҙиптәр бында бик ҡыҙыҡһынып “Яңауыл районының әҙәби картаһы”н ҡараны, белем усағында бик зауыҡ менән йыһазландырылған әҙәби үҙәкте тантаналы асыуҙа ҡатнашты. Яҡташ шағир һәм яҙыусыларҙың ижадына арналған бай китап күргәҙмәһе сараға килеүселәрҙең береһен дә битараф ҡалдырманы.
Баш ҡала әҙиптәренең урында емешле генә эшләп килгән “Замандаш” әҙәби берекмәһе ағзалары, байрамға район ауылдарынан килгән китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыу һәм әҙәбиәт йылына арналған “Шағирҙар һәм халҡымдың моңо” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” барыһы өсөн дә фәһемле булды. Уны әйҙәүсе китапханасы Далария Хәйҙәр­шина менән Яңауыл яҙыусылар ойошмаһының яуап­лы секретары Фәрит Суфияров бик йәнле итеп алып барҙы.
“Әҙәби нағыш” марафонының төп маҡсаты – һәр район һәм ҡалала йәш ижадсыларҙы табыу, уларға ярҙам күрһәтеү. Был йәһәттән Яңауылда ла тейешле эш башҡарылды. Инде һиҙелерлек ваҡыт ҡәләм тирбәткәндәрҙән һәм башлап яҙыусыларҙан Гөлсәсәк Тимершина, Инсур Шәңгәрәев, Рафиҡ Мәрҙәнов, Вәкил Билалов, Нәжибә Мөхәмәтшина һәм Ғүмәр Фазлетдиновтарҙың ҡулъяҙмалары тикшерелде, уларға файҙалы кәңәштәр бирелде.
Хәрби һәм хеҙмәт даны мемориалына сәскәләр һалғандан һуң байрамда ҡатнашыусылар халыҡ менән шығырым тулы Йәштәр һарайына юлланды. Бында тантаналы шарттарҙа Тәтешле районы исеменән хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәлиф Рәхимов әҙәбиәт йылы һәм марафон символын – Йылъяҙма-китапты – яңауылдарға тапшырҙы. Уны ҡабул итеп алған район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гәүһәр Миңлейәрова: “Алдағы ун көндә, Нефтекамаға тапшырғансы, Китап мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа буласаҡ”, – тип белдерҙе. Ике райондың үҙешмәкәр артистары һәм ижади коллективтары сығыштары менән аралашып барған кисәлә әҙиптәр сәхнәнән үҙҙәренең әҫәрҙәрен яңғыратты, йыйылыусыларға ижади уңыштар һәм имен киләсәк теләне.

Гөлнара ВӘЛИЕВА,
район китапханаһы директоры,
Ансар НУРЕТДИНОВ;
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.





Вернуться назад