Йәнле музыканың ҡеүәте22.09.2015
Йәнле музыканың ҡеүәте Улар күмәк. Тотош сәхнә тулып төрлө музыка ҡоралдары тотоп ултырғандар. Бына-бына моң эйәһе, СССР-ҙың, Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Спиваковтың серле таяғы күҙ алдында терелә, һәм залға йәнде иҙрәткес көй ағыла башлай. Бетховендың оркестр менән фортепиано өсөн концерты, тәнәфестән һуң 7-се симфонияһы яңғыраны Өфөнөң “Башҡортостан” концерт залында “Владимир Спиваков тәҡдим итә” фестивале асылған был кистә. Фортепиано артында – Филипп Копачевский.


Байрамға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов килгәйне. Рөстәм Зәки улы маэстроны яңыраҡ үтеп киткән тыуған көнө менән ҡотлап, уға милли музыка ҡоралыбыҙ думбыраны һәм башҡорт балын бүләк итте.
– Акустик залығыҙ булһа, Өфөгә ҡайтып сығыш яһайым, тигәйнегеҙ. Бына, ниһайәт, беҙ һеҙҙе профессиональ залда ҡаршы алыуыбыҙға шатбыҙ һәм концерт менән килеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ! – тине Рөстәм Зәки улы.
Владимир Теодорович та буш ҡул менән килмәгән.
– Үҙ заманында беҙ данлыҡлы яҡташыбыҙ, бе­йеүсе Рудольф Нуриев менән Америкала, Лос-Анд­желеста бер артист бүлмәһен бүлешә инек. Иртән – ул, кисен мин сығыш яһайым. Йәки киреһенсә. Шу­лай бер мәл ишектә осрашҡас, Рудольф: “Ярайһы уҡ көслө егеттәр сыға бит Өфөнән, Володя!” – тине, мине ҡосаҡлап. Был юлы ла Р. Нуриев исемен йө­рөткән музейға уның менән бәйле әйберҙәр алып ҡайттым. Оҙаҡ йылдар инде ошо рәүешле музейҙы ҡеүәтләйем. Иң мөһиме – традицияларҙың һаҡланыуы, – тине ул.
Профессиональ музыкаға ғашиҡтар Рәсәйҙең милли филармонистик оркестры башҡарыуында көйҙәр тыңланы был кистә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Владимир Спиваковҡа һәм Филипп Копачевскийға гөлләмә тапшырҙы. Зал аяғүрә тороп алҡыштарға күмде артистарҙы.
“Владимир Спиваков тәҡдим итә” фести­валенең икенсе көнөндә “Башҡортостан” концерт залында Ҙур театр артистары башҡарыуында опералар яңғыраны. Өсөнсө кис тотошлайы менән XIX быуат композиторҙары Массне, Мендельсон һәм Чайковский ижадына арналды.
Байрамға ҡыуаныс өҫтәп, баш ҡала мэры Ирек Ялалов Владимир Теодоровичҡа “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем тапшырҙы. Ҡотло булһын бүләк!
Нимә тип әйтәһең инде – профессионализм һәм үҙ эшеңә тоғролоҡ музыканың һәр нотаһында тойола. Скрипка ла сыйылдамай, барабан да гөрөлдәмәй, контрабас та даһылдамай, кире­һенсә, талғын, нескә, йомшаҡ итеп башҡарылған көй йөрәкте наҙлаған төҫлө, донъяға фәлсәфәүи ҡараш офоҡтары киңәйгәндәй.

Күберәк фотоларҙы ошонда ҡарай алаһығыҙ.


Вернуться назад