Үкенмәҫмен19.09.2015
Алтын түгел ҡалаҡ, һауыт-һабам,
Нимәгә ул алтын-көмөштәр?
Булһын ағас ҡына, буш булмаһын;
Шөкөр, тимен, төшкән өлөшкә.
Өйөм батша һарайы ла түгел,
Юҡ иҫ киткес ҡиммәт нәмәләр.
Нимәгә ул байлыҡ, булһын бәхет,
Тыныс тормош, китһен бәләләр.
Булһын һаулыҡ, дуҫ-иш, туғандарым
Гел янымда, гел шат булһындар.
Ауыр саҡта гелән бер-беренә
Ярҙам ҡулы ғына һуҙһындар.
Һөйгән йәрем булһын йәнәшәмдә,
Мөхәббәтем булһын сафтан-саф,
Шиғырҙарым ташламаһын мине,
Һис булмаһын йырһыҙ ҡалған саҡ.
Бына шулай йәшәп, аҙағына
Барып етһәм бер көн ғүмерҙең,
Үкенмәйсә, тыныс күңел менән
Һыҙланмайса ғына һүнермен.
1995 йыл.