Ижадтарына лайыҡлы баһа19.09.2015
Ижадтарына лайыҡлы баһа Өфөлә конкурс комиссияһы ултырышы үтте. Унда 2015 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде. Мәғлүм булыуынса, бәйгенең икенсе турына 12 кандидат үткәйне.

Һөҙөмтәлә “Ҡалдырма, әсәй!”, “Не оставляй, мама!” китаптары өсөн журналист, яҙыусы Айгиз Баймө­хә­мәтов, “Тыуған яҡта ҡулға-ҡул тотоношоп” һынлы сәнғәт өлкә­һендәге ижади проекты өсөн Вера Фролова менән Айгөл Ишбирҙина соста­вын­дағы ав­торҙар коллективы, хәй­риә проекттары һәм донъяла Баш­ҡортостан мәҙәни­әтенең абруйын күтәргәне өсөн кларнетсы, Мәскәү филар­монияһы артисы Артур Нәзи­уллин абруйлы премияға лайыҡ тип табылды.
Награданың күләме – 150 мең һум, еңеүселәрҙе бүләкләү Республика көнөнә тәғәйенләнгән.


Вернуться назад