Тормош юлы тигеҙ генә түгел18.09.2015
Тормош юлы тигеҙ генә
түгел,
Була соҡорҙары, түңгәге.
Бөтәһе лә һәйбәт барған
саҡта,
Аяҡ сала берәй имгәге.
Ауырлыҡтар бары
һынау өсөн,
Бөтәһе лә тора үҙеңдән.
Тирең аҡһын, ҡаның
тамһа тамһын,
Йәшең күренмәһен
күҙеңдән.
Тормош – көрәш.
Башың ғорур тотоп,
Шыңшымайса ғына алға
бар.
Төн шаршауын япҡас,
һыҡрай-һыҡрай,
Яланырҙар барлыҡ
яралар.
Һәммәһе лә ваҡытлыса
ғына –
Ғазап, бәлә, иреш-талашы.
Әгәр шунан өҫтөн була
алһаң,
Һис тә меҫкен түгел, һин –
кеше.