(Шәп шиғыр)
“Алдау” тигән һәйбәт шиғыр
Тәҡдим итәм, иптәштәр.
(Иптәштәр үҙебеҙҙеке,
Бәлки, ғәйеп итмәҫтәр).
Ата-бабаларҙан ҡалған
Донъя борон-борондан
Берең алдап, ә икенсең
Алданыуға ҡоролған.
“Минең алдашҡаным юҡ,” – тип,
Кем ул боҫоп ҡалмаҡсы?
Тимәк, ул – нормальный түгел,
Йәки – ата алдаҡсы!
Беҙ алдайбыҙ ҡатындарҙы,
Беҙҙе алдай ҡатындар.
Төп башына ултырталар
Яҡындарын яҡындар.
Таныш хәл был бик күптәргә:
Алдай ситте ситтәр ҙә,
Алданыуға юҡ биктәр ҙә,
Алдауға юҡ сиктәр ҙә.
Хатта дәүләт алдай беҙҙе,
Беҙ алдайбыҙ дәүләтте.
Икебеҙ ҙә ташламайбыҙ
Бына ошо ғәҙәтте.
Алдау тигән ал байраҡты
Ҡулдарҙа ныҡ тотабыҙ.
Бер-беребеҙҙе алдағанда
Икебеҙ ҙә отабыҙ!
Хәйләһеҙ донъя — файҙаһыҙ,
Хәйлә – алдау тигән һүҙ.
Эште ғәҙел юлдар менән
Эшләй алмау тигән һүҙ.
Һис юғында беҙ алдайбыҙ
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ:
Алда бәхет көтә, раҫҡа
Сығыр, тибеҙ, һүҙебеҙ.
Алдамайса, алданмайса
Йәшәп булмай – аңланым...
Һәйбәт шиғыр көттөгөҙмө?
Шиш! Мин бит һеҙҙе алданым!