Председатель әйбәтләнгән, Бәндә шуға ғәжәпләнгән18.09.2015
  Председатель әйбәтләнгән, Бәндә шуға ғәжәпләнгән Райсовет бинаһынан
Халыҡ шаулашып сыға:
Председатель әйбәтләнгән,
Һәр кем аптырай шуға.
Ҡабул итеү бүлмәһендә
Ҙур сират-фәлән дә юҡ,
Өсәр көн сират көтөүсе
Бер генә әҙәм дә юҡ.
Председатель тәүфиҡләнгән,
Бәндә ғәжәпкә ҡалған.
Әйтәләр:
– Әллә ул инде
Яңы тел һатып алған?
Элек кәңәш һорап килһәң,
Ул бәлә таға ине,
Судын әйтеп, чуртын әйтеп,
Ҡотоңдо ала ине.
Хәҙер бүлмәһенә керһәң,
Яҡты йөҙ, яҡты сырай;
Ул һине ҡосаҡлап алып,
Таҙалыҡ-һаулыҡ һорай.
Ҡарсыҡтарға, әбекәй, ти,
Бабаҡай, ти, ҡарттарға.
Йәштәр килһә, уңғандар, тип,
Эй, тотона маҡтарға.
Председатель яҡшырған, тип,
Һин ғәжәпләнмә, туған,
Яңы һайлауҙар хаҡында
Кисә бит указ булған!

1959 йыл.


Вернуться назад