ОСҺОҘ ТАУАР18.09.2015
Хикәйә
Хәлиҙә ҡарсыҡ, лавкаға тауар ҡайтҡан тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, буш һандығына йәшергән аҡсаһын тартып сығарҙы. «Барыбер үләһе, – тип уйланы ул, – кәфенлегем, һабындарым бар, Аллаға шөкөр. Булған аҡсама нимә тура килә, шуны алып ҡалайым. Хаҡтар ҡомалаҡ ҡушҡан ҡамырҙай күтәрелә».
Тик лавка алдында торғонлоҡ йылдарындағы шикелле халыҡ ҡайнашып тормай ине. Эсендә лә һатыусы ҡыҙҙан башҡа кеше күренмәне. Буш кәштәләрҙең береһендә биш-алты дана тутығып бөткән консерва банкаһы һәм ниндәйҙер китаптар ғына ине.
– Тауар ҡайтҡан, имеш, тигәйнеләр, ҡыҙым. Әллә буш хәбәрме? – Хәлиҙә ҡарсыҡ төҫө уңа төшкән күҙҙәре менән һатыусы ҡыҙға текләнде.
– Шаярғандарҙыр, өләсәй. Горбачты ғына килтерҙеләр.
– Ул нимә һуң? Консервамы? Кәнфит-маҙар түгелдер бит.
Һатыусы ҡыҙ, әбейҙе аптыратып, ниңәлер ҡысҡырып көлдө.
– Яҡшы хәбәр миңә һуң килеп етә шул. Бөткәндер, күрәһең.
– Ана, өләсәй, теҙелешеп торалар.
– Юҡ, ул консерваларың таныш. Инде нисә йыл яталар бит.
– Өс йыл инде.
– Алмайҙармы?
– Ҡабарғандар.
– Килкәләре һимергән, тимәк. Улайһа, горбачыңдан өлөш сығар.
– Китап ул. Горбачев яҙған. Берҙән-бер һәм иң осһоҙ тауар шул ғына, өләсәй.
– Бир шуны күберәк. Балалар мендәрҙәремде алып китеп бөттө. Баш аҫтыма өйөп һалырмын шуларҙы. Бәлки, матур төштәр ҙә күрермен.

1993 йыл.


Вернуться назад