Алҡышҡа күмелгән ижад16.09.2015
... Мәктәп сәхнәһендә тамашасыны таң ҡалдырып, оҫта итеп бәләкәй генә малай бейей. Залдағылар гөрләтеп ҡул саба. Ана шулай әле лә алҡыштарға күмелеп ижад итә йырсы, бейеүсе Фәнәғәт Юлмөхәмәтов.
Төрөмбәт урта мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ уның йыр-бейеүгә маһирлығын тойомлап, әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәфүрә Имаметдин ҡыҙы, улының һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һала. Ул үҙе был осорҙа белем усағында фольклор төркөмө етәксеһе булып эшләй. Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, халыҡҡа күрһәтеү маҡсаты менән янып йөрөгәндә Фәнәғәт яҡын ярҙамсыһы ғына түгел, ошо сараларҙың уртаһында йөрөгән һәләтле йырсы, бейеүсе була. Ул өлкәндәр менән бер рәттән “Йыйын” фольклор төркөмөндә күп тапҡыр район, республика сараларында ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә уҡырға инеп, белемен, талантын камиллаштырып, Фәнәғәт районға балетмейстер булып эшкә ҡайта. Концерттар менән республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә сығыш яһай. Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыларына үҙ оҫталығы серҙәрен өйрәтә.
Тәбиғәте менән ябай, кешеләргә ҡарата ихтирамлы, яғымлы, ярҙамсыл кеше ул Фәнәғәт. Сәнғәт кешеһен был сифаттар тағы ла күркәмерәк итә шул.
Төрөмбәт ауылы биләмәһенә ҡараған Игенсе – бөтөп барған төйәктәр исемлегендә. Урман-ҡырҙар менән уратып алынған был ерҙә бер нисә генә йорт ҡалған.
Ҡасандыр Игенсе гөрләп тора. Унда ғүмер иткән Асия менән Камил Заһитовтарҙың ғаиләһендә Дамир исемле сабый тыуа, әммә ул яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм була. Ләкин Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң – малай һәләтле, ҡыйыу фекерле булып үҫә. Бәләкәйҙән үк шиғырҙар ижад итә, йырлай, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Өфөләге махсус мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Юғары белем алырға теләге бик ҙур булһа ла, һаулыҡ мөмкинлегенең сиклелеге туҡтап ҡалырға мәжбүр итә.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен талантлы шәхес итеп кенә түгел, эшһөйәр, киң күңелле, алсаҡ кеше итеп таныта. Уның сығыштарынан һуң йәшәүгә дәрт уяна, рух күтәренкелеге арта. Ысын мәғәнәһендә, виртуоз кеше ул Дамир Заһитов. Ҡурай, ҡумыҙ, баян, синтезатор – барыһы ла уның ҡулында моң шишмәһенә әүерелһә, ул ижад иткән йырҙар шул сығанаҡтың дәртле ағышы ла, һағышы ла һымаҡ...
Урыҫ, башҡорт телдәрендә ижад иткән шиғырҙары тормош асылы, тыуған ергә һөйөү, уның киләсәге һәм бөгөнгөһө, мөхәббәт, заман проблемаларына, яратҡан улына бағышланған. Дамирҙың күп кенә әҫәре көйгә һалынған. “Ауырғазы” йыры райондың гимны һымаҡ яңғырай. Степановка, Михайловка мәктәптәрендә балаларҙы сәнғәт серҙәренә өйрәтә, түңәрәктәр алып бара, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, ижад итә, ошо уҡ ауыл клубтарында художество етәксеһе булып эшләй. Үҙенең ижад емештәрен дискка яҙҙырып, мәктәп уҡыусыларына, ауылдаштарына бүләк итә.
Мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Дамир Заһитов күп тапҡыр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Шулай ҙа яратҡан, уны аңлаған тамашасылары булыуы – егет өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Былтыр аншлаг менән үткән ижад кисәһе шул хаҡта һөйләй.
Әле ул электроника, компьютер технологиялары менән ҡыҙыҡһына, үҙен яңы программалар төҙөү йәһәтенән һынап ҡарай. Социаль селтәрҙәрҙә ижад емештәре менән уртаҡлаша, уның бында шиғырҙары, ҡурай моңдары урын алған.