Абыныу15.09.2015
Абынамын юлдар үткән саҡта –
Үкенестәр үтә үҙәккә.
Ашҡынып уҡ алға ынтылғанда,
Һөрлөгәм дә ҡуям түмгәккә.
Абынамын ҡапыл, бара торғас
Тайғаҡ юлдан йонсоу көндәрҙә.
Абынамын ҡайсаҡ ышанғанға
Ике йөҙлө таҫма телдәргә.
Абынам да ҡуям юл үткәндә,
Хаталарым тарта түбәнгә...
«Йығылғанды түпәләмә», – тиҙәр, –
Күҫәк төшә ҡайсаҡ түбәгә.
Абынһам да юлдар үткәнемдә,
Изгелеккә донъя тулы ул:
Инде ауҙым, бөттөм, тигән саҡта
Күпме ҡулдың тойҙом йылыһын.
Аҙымдар бит нығый юлда ғына –
Мин туҡталып хәҙер торалмам.
Дуҫ-дошмандар мине һынап тора –
Юлдан инде кире боролмам.
Абынам да тороп алға еләм,
Һикәлтәле юлдар үткәндә:
Абынһалар, миңә таянһын, тим,
Мине бая үтеп киткәндәр.
Абынмаһын, тимен, бүтәндәр...