Ижади бәйге дауам итә15.09.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Әҙәбиәт йылы айҡанлы танылған йырсы, Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты Радик Динәхмәтов “Башҡортостан” гәзите менән берлектә уҡыусыларыбыҙ араһында “Уйлан, Кеше!” тигән конкурс иғлан иткәйне.


Ҡәҙерле дуҫтар! Сараның шарттарын тағы ла иҫкә төшөрәбеҙ: “Баш­ҡорт­остан” гәзитенең һәр һанында Радик Динәх­мәтов нәшер иткән “Ке­ше...” китабынан бер шиғыр баҫы­ла­саҡ. Барлығы 32 әҫәр. Һеҙ уларҙың бөтәһен дә йыйып, киҫеп алынған төп нөсхәһен һәм үҙегеҙ яҙған бер ши­ғыр­ҙы (тема сикләнмәй), шулай уҡ “Баш­ҡорт­остан” гәзитенә киләһе ярты йыл­­лыҡҡа (50600 индексына) яҙылыу тураһында квитанцияның күсермәһен 15 октябргә тиклем редакцияға ебәрегеҙ.
28 октябрҙә сәғәт 2-лә Матбуғат йор­тоноң тамаша залында (Өфө ҡа­ла­һы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) кон­курсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Ошонда уҡ Радик Динәхмәтов һеҙҙең өсөн бер сәғәтлек концерт менән сығыш яһая­саҡ. Бәйгелә еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә. Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға – йәнә бер шиғыр.




Вернуться назад