“Әҙәби нағыш” – Тәтешле ерендә12.09.2015
“Әҙәби нағыш” республика марафоны Тәтешле еренә аяҡ баҫа. Ғәли Соҡорой, Ғәрифулла Кейеков кеүек рухи остаздарҙың, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе, шағир Финат Шакирйәновтың тыуған яғына юлланыр алдынан бөгөнгө ижадсыларҙың күңел емешенән ауыҙ итәйек.
Беҙ – ауыл балалары

Бала саҡта офоҡтар киң,
Йылғалар тәрән ине,
Ете ерек араһында
Еләкле сирәм ине.

Тибел буйы сәскәләргә,
Ҡамыштарға бай ине.
Бөгөн килеп,
Уның һыуы
Йөҙәлмәҫлек, һай инде...

Ете ерек араһында
Кисен һыйыр һаҡланыҡ,
Ошо урындан да күркәм
Башҡа ерҙе тапманыҡ.

Еректә пар һандуғастар
Һуҙғанында көй-моңон,
Һыу һөлөгө кеүек һаман
Күрһәтмәйбеҙ беҙ морон...

Әбейҙәр кер сайҡарға тип,
Төшкән саҡта баҫмаға,
Ярҙа ҡысҡырышҡас, беҙҙе
Тиңләй ине баҡаға...

Еректәр ҡороп бөтһә лә,
Тибел буйын тал баҫҡан,
Ике түгел, йөҙ һандуғас
Репертуар яңыртҡан.

Һыйыр һаҡламайҙар йәштәр,
“Һөт шишмәһе” – кибеттә.
Ямғырҙан һуң кейер өсөн
Һатып алмай итек тә...

Ә шулай ҙа йүгергеләр
Килә ҡыҙыл балсыҡтан,
Аяҡтарҙы себешләтеп,
Балыҡ һөҙөп арыҡтан.

Балаларҙы килә бигерәк
Йөҙөргә өйрәтәһе,
Замана кәмселектәрен
Уларға төҙәтәһе.

Тыуған яҡтың һәр ҡарышын
Килә һаҡлап ҡалаһы.
Бала сағым – яр баҡаһы,
Үҙем – ауыл балаһы!

Лилиә ШӘКҮРОВА.


Мин инем

Елдәр уятҡаны бармы?
Ул мин инем.
Иңдәренә күбәләктәр булып ҡундым,
Һалҡын һыуҙар эсәм тиеп һыуға
килдең,
Һыуһыныңды һыу баҫманы –
Ул мин инем.

Һандуғас йыры тип белдең,
Йырла, тинең.
Ул һандуғас түгел ине,
Ул мин инем.
Был донъяға һине һөйөр
өсөн тыуҙым.
Ҡояш нуры түгел ине,
Ул мин инем.
Ямғыр сылатҡаны бармы?
Ул мин инем.

Сәстәреңә, устарыңа тулып яуҙым.
Баллы сәскә алам тиеп алған инең,
Баллы сәскә шәрбәт түгел,
Ул мин инем.

Гөлсәсәк СОЛТАНОВА.


Көҙгө япраҡ

Көҙгө урман, әсе елдәр иҫә,
Ағас япраҡтары ҡойолған.
Ҙур ҡарт имән ботағында ғына
Һуңғы япраҡ бер үҙе ҡалған.

Һуңғы япраҡ елбер-елбер килә,
Өҙөлмәҫкә теләй, тырыша.
Көҙгө дауылдарға ҡаршы торам тиеп,
Бер яңғыҙы һаман тартыша.

Меҫкен япраҡ һис аңламай инде
Көстәр тигеҙ түгел икәнен.
Елгә ҡаршы тора алыу һис тә
Мөмкин түгел, түгел икәнен.

Әҙибә ЙОСОПОВА.

* * *
Хыялымда атлап киләм
Урам буйҙарынан шатланып.
Таныштарға сәләм биреп,
Осар ҡоштай ҡанатланып.

Шишмә буйҙарына төшәм,
Үҙәндәрҙе мең ҡат урайым.
Мин аяҡта йүгереп йөрөйөм,
Хыялымда шулай уйлайым.

Улар мине алып китә төҫлө
Әллә ҡайҙа, йыраҡ йылдарға.
Бер ҡысҡырып илар инем,
Күҙ йәштәрем кипкән иларға.

Әлдә әле шул хыялым бар
Иптәш тә ул, тоғро дуҫым да.
Ҡыйын саҡта шунда кереп сумам,
Унда онотола барыһы ла.

Илнур ШӘЙЕХВӘЛИЕВ.


Ҡарттар йорто

Ҡарттар йорто. Моңһоу был ике һүҙ,
Тәҙрәләрҙән юлға баға нисәмә күҙ...
Уларҙа бит – йәш пәрҙәһе,
бөтмәҫ һағыш,
Аңлау ҡыйын – яҙмышмы был, әллә
яңылыш?..

Йортта йылы, тәрбиәле, бары етә,
Әммә ҡарттар өмөт менән ниҙер көтә.
Үткәндәрҙе һағынып үтә ғүмерҙәре,
Уйҙарынан өҙөләлер бәғерҙәре...

Кеме уйлай үҙ балаһын, йөрәк майын,
Күҙҙәренән йәштәр тама
минут һайын...
Тыуған нигеҙ төшкә керә,
сыҡмай уйҙан,
Үҙ йортонда йәшәүҙән һуң
кемдәр туйған?

Кесерәйгән инде кәүҙә, ап-аҡ сәстәр,
Йыйырсыҡлы бите буйлап
аға йәштәр.
Ғүмерҙәр ҙә, көҙҙө уҙып, ҡышҡа бара,
Яңғыҙ ҡыйын үтелә был ике ара.

Яҙмышмы был, яңылышмы –
кемдәр аңлар,
“Балам килер” тигән юлға яуа ҡарҙар.
Ҡарҙар һалҡын, һеҙгә ҡарай
моңһоу күҙҙәр.
Ҡарттар йорто...
Бигерәк моңһоу ошо һүҙҙәр.
Юныс МИҢЛЕМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад