Кәмһетмә11.09.2015
Һин әллә ни бөйөк кеше түгел,
Ә ҡарашың... шундай бейектән.
Тертләп ҡуя күңел, һине күрһәм.
Бындай ҡурҡыу тыуған нилектән?

Мин, әлбиттә, ябай бер кешемен.
Оло илем, кескәй донъям бар.
Күрмәгәндә һине тыныс миңә,
Ә осрашһаҡ, гүйә, ерем тар.

Мин юғалып ҡалам. Ҡарашыңдан
Ергә һеңәм һымаҡ тамсылай.
Йүгәнләүгә һис бирелмәй торған
Уйҙар киҫә аңды, ҡамсылай.

Әйтмәксемен бөгөн шуға күрә:
Ҡарама, тип, өҫтән кешегә.
Ҡаушаһа ла башта, хаҡ баһаны
Бирә кеше һинең эшеңә.

1990.


Вернуться назад