Оло юлға һирәктәр генә сыға ала11.09.2015
Оло юлға һирәктәр генә сыға ала Журналистикаға кеше төрлө юлдар аша килә: берәүҙәрҙе роман­тика тарта, икенселәрҙең, күңеленә тулышҡан уй-хистәрен, тойғоларын ҡағыҙға төшөрөп, башҡалар менән уртаҡлашҡыһы килә. Йәшермәйем, хәбәрсе һуҡмағына аяҡ баҫҡас та телгә алғандарҙың күбеһендә яҙышыу теләге юғала башлай, күңел тырызы бушай бара. Ошо һуҡмаҡ шырлыҡтан, һикәлтәнән, таш-ҡаянан үтә башлаһа, бөтөнләй ҡул һелтәүселәр ҙә юҡ түгел — оло юлға сыға алмай. Тәү сиратта журналистика — журналист һөнәрен һайлаусылар өсөн ҡырыҫыраҡ, рәхимһеҙерәк. Бәлки, шулай булырға тейештер ҙә, сөнки һин башҡалар өсөн көсөңдө, йәшлек дәртен, һаулы­ғыңды, шәхси мәнфә­ғәтең­де ҡорбан итергә тейешһең. Юҡ, был ялтырауыҡлы һүҙҙәр түгел. Был — ысынбарлыҡ, был — аксиома.
Ана шуға әҙерҙәр генә журналист була, ғүмере буйы һайланған һөнәр-булмышына тоғро ҡала ала.

Зәйтүнә Ниғмәтйәнованы һис шикләнмәйенсә һуңғылар рәтенә индерер инем. “Һуңғылар” — яҡшы мәғәнәлә, ғүмере буйы тигәнгә иша­ра. Уның һөнәри юлы күҙ алдынан үтте тиһәм, бигүк килешмәҫ, параллель барҙы тип әйтергә кәрәк. БДУ-ны тамамлағас, тәүҙә тыуған Салауат район гәзитендә — “Йү­рү­ҙән”дә — эш башланы. Район гә­зи­тендә тәүге баҫҡысты үткәндәр генә төбәк тормошонда ҡайнап, ысын хәбәрсе һурпаһын татый. Дип­ломлы булһа ла, бер йыл эсен­дә тәжрибә яғынан өйрәнсек хәбәр­сенән яуаплы секретарь булып ки­тер өсөн, ай-һай, бик күп си­фатҡа эйә булырға кәрәк. Һуңынан инде Зәйтүнәне “Йәшлек” республика гәзитенә саҡырҙылар. “З.Әйле” псевдонимы менән сыҡҡан мәҡәләләре шунда уҡ үҙ уҡыу­сыһын тапты. Йыш ҡына ре­дакцияға: “Хатымды тикшерергә З.Әйле тигән егетте ебәрегеҙ әле”, — тип шылтырата, яҙа торғайнылар. Яҙғандары, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ хис-тойғоларынан, эмоция-амбицияларынан арынған ине: тура, артыҡ уратып-суратыуҙар юҡ, ҡыҫҡаһы, уҡыусы күңеленә барып етерлек, хәл итмәҫлек мәсьәләләрҙе хәл итерлек булды.
Яйлап ғүмер үтте: йылдар сарында Зәйтүнәнең ҡаурый осо үт­керләнә барҙы. “З. Әйле” булып донъя күргән ҡыҫҡараҡ мәҡә­ләләрҙе Зәйтүнә Ниғмәтйәнованың аналитик күҙәтеү­ҙәре, юлъяҙмалары алмаш­тырҙы. Бөгөн томдар тупларлыҡтары ла бар. Ләкин беҙ, журналистар, үҙебеҙгә ҡарата ғәмһеҙерәк, битарафыраҡ шул. Зәйтүнәне генә алғанда ла, Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап үткәндә тыуған юлъяҙмалары үҙе китапҡа торорлоҡ, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында уҡыу әсбабы итеп файҙаланырлыҡ. Башҡа публицистик мәҡәләләрен әйтеп тораһы ла түгел.
Зәйтүнә Ниғмәтйәнованың Башҡорт­остан журналистарының абруйлы премияһына тәҡдим ителеүен белгәс, ихластан ошо юлдарҙы яҙҙым. Ошондай журналистар әлегә тиклем нисек лайыҡ булмаған икән тигән уй баштан үтеп тә өлгөрмәне, яуабы ла табылды — мәҡәләләре үткер ҙә бит, үҙе баҫалҡы. Грамоталарын, башҡа “титулдар”ын теҙеп тормайым. “З. Әйле” тигән псевдоним ғына ла уҡыусыларға күп нәмә тураһында һөйләй.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.



Вернуться назад