Фәһемле фекерҙәр11.09.2015
Шиғриәт – тотош ҙур сәйәсәт.
Ғилемдар Рамазанов.

Халыҡтарҙы — уның әҙәбиә­тенән, ә халыҡтың рухи тормошон уның поэзияһынан танып беләләр.
Рәми Ғарипов.

Шиғри кәбәнемде ҡойоп ҡуям,
Балҡып торһон өсөн күренеп.
Бағыр уға –
Күңелем менән тоям –
Әҙәбиәтселәр үрелеп.
Сөләймән Муллабаев.

Шиғриәт! Һин үҙең әрнейһеңдер
Шағир мохтаж саҡта ярҙамға.
Яҙа алғандары яҙмағанға,
Яҙа алмағандар яҙғанға.

Ирек Кинйәбулатов.

Юҡ, мөхәббәт иҫән сағында
Шиғриәткә үлем юҡ әле!
Кәүсәриә Шафиҡова.

Ысын поэзия иҫкермәй.
Рәми Ғарипов.

Шиғриәттең төп үлсәүе – ке­ше күңелендә юғары хистәр уятыу, уның аҡылын кешелектең тормош тәжрибәһе менән байытыу.
Ким Әхмәтйәнов.

Шиғриәт — кешене нәжес­лек­тән ҡотҡарған берҙән-бер сара.
Кирәй Мәргән.

Әй, шиғриәт! Һинең менән
Күпме юлдар уҙылған,
Тылсымыңды асыу сере
Ғүмерлеккә һуҙылған.
Радик Хәкимйән.

Шиғриәт – илаһи сер иле.

Тамара Искәндәриә.

О, шиғриәт, шиғриәт...
Кәрәкмәй һис дан, шөһрәт,
Һин мине кеше йөрәген
Бары аңларға өйрәт.
Риф Мифтахов.

Тик шиғриәт йәшәй, ул үлмәҫ,
Хаҡы табыш менән үлсәнмәй.
Ғилемдар Рамазанов.

Поэзияла һәр яҡшы шағирҙың үҙ урыны бар, уны бер кем дә ала ал­май, сөнки поэзия рекорд ҡу­йыу, спорт түгел. Һәр төрлө ре­кордтың сиге бар, ә поэзияла ул юҡ.
Рәми Ғарипов.

Шиғриәт ул нур һәм моң менән бәрәбәр.
Ғайса Хөсәйенов.

Шиғриәт! Ул – сер, матурлыҡ, мәңге йәшлек, мәңге өлгөрөү.
Назар Нәжми.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.




Вернуться назад