Ә беҙ...11.09.2015
“Рухыбыҙ шоңҡарҙары һеҙ...”
Х. Назар.
Башҡортостан юлдарында
Моңланһын тиһәң йөрәк,
Был юлдарҙы йәш Бабичтай
Һыҙланып үтеү кәрәк.
Шағирҙар күп, моңдаштар аҙ,
Шиғырҙа типһә йөрәк,
Бабич юлын, аманатын
Үҙеңә алыу кәрәк.
Һәр осор һынай шағирын,
Ваҡыт — үҙе ҙур иләк.
Милли фиҙалыҡта шағир
Йөрөмәй буштан һүҙ һөйләп.
Шағир һүҙе — ил ҡеүәте,
Халҡына ҡәҙерлерәк.
Бабичтың илгә ҡалдырған
Ораны хәҙер кәрәк.
“Мәңге бирмәҫ башҡорт ерен!” —
Тигән шағир, был — оран.
Арыҫланға ҡуянланыу
Килешмәй, тип аһ орам.
Ят йырҙар тыңлап уҙабыҙ
Бабичтар һалған юлдан.
...Бабич — Уралтау шоңҡары,
Ә беҙ... һыҙлана выждан.