Уйлан, бала!09.09.2015
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала, –
Ғүмер һөрөү һәр быуынды уйға һала.
Ваҡыт тигән арғымаҡтың ялдарына
Матҡыбыраҡ тотонмаған ауып ҡала.
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,
Арғымаҡтай сабып, ғүмер үтеп бара,
Тылсым йомған, гел сер йыйған
шул йомғаҡты
Тир түкмәйсә, сеймәлтмәйсә һүтеп ҡара.
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала, –
Күңелдәрҙән әҙәп, иман юйылғанда,
Холоҡһоҙлоҡ шайтан һымаҡ шашынғанда,
Кеше бөгөн шул хәлендә ҡайҙа бара?
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала, –
Изге тарих, ыҙан-йола онотола,
Атай-олатай һөйәктәре, төйәктәре
Тапалғанда йөрәктәргә нәфрәт тула...
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,
Туған телең осҡор уҡтай, татлы балдай,
Яҙмышҡайы киләсәктә кем ҡулына
Тороп ҡала – бөгөн ҡаты уйға һала...
Уйлан, бала!..
1987 йыл.