Күргәҙмәлә05.09.2015
Күргәҙмә бара. Халыҡ төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһына. Араларында өлкән генә йәштәрҙәге әбей ҙә матур итеп семәрләп эшләнгән ҡамытты, йүгәнде тотоп-тотоп ҡарай. Унан оҫтанан:
– Балам, нисек был тиклем итеп эшләй алдың? – тип һораны.
– Теләгең булһа, эшләйһең инде! – Егет теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙе.
Шул саҡ кемдер уның ҡолағына был әбейҙең ҙур вазифалы кешенең әсәһе булыуы хаҡында шыбырланы. Бер нәмә лә аңғармаған әбей йәнә һоҡланды:
– Бынау дилбегәләрегеҙ ҡайһылай матур! Эргәһендә ат ҡына етешмәй.
Шуны ғына көткән оҫта урынынан һикереп тигәндәй торҙо ла әбейҙе ҡосаҡлап уҡ алды.
– Инәкәйем, киләһе тапҡыр мотлаҡ толпарын да алып килермен! – Оҫта әбейҙе ебәрергә теләмәй, оҙаҡ ҡына серҙәре менән бүлеште. Ә аҙаҡ арҡаһынан ҡағып, яратып оҙатты.