Кешеләрем!05.09.2015
Аҡыллы һүҙ һеҙгә һөйләй алмам –
Ул аҡылды һеҙҙән йыяһы бар.
Тыя алмам хилаф аҙымдарҙан,
Үҙ-үҙемде әле тыяһы бар.
Ниҙәр ҡылып, ниҙәр кисерһәм дә
Һеҙҙең менән булдым, булырмын гел,
Кешеләрем! Һеҙҙең менән генә
Юлдарымда уңдым, уңырмын гел.
Һеҙҙән алда бара алмам, ахыры,
Барһам икән артта ҡалмай ғына.
Үтһәм икән юлдың осонаса
Ауырлыҡтар һеҙгә һалмай ғына.
1990 йыл.