Ваҡыт етмәй04.09.2015
Күрше хәлен белешергә
Көн дә бына ваҡыт етмәй:
Күрешкәндә һөйләшергә
Ярты сәғәт ваҡыт етмәй.
Хат яҙырға туғандарға
Кисә етмәй, бөгөн етмәй;
Саҡырмаһа, дуҫ өйөнә
Барыу өсөн күптән етмәй.
Эш итергә төп эшеңде
Ваҡыт саҡ-саҡ етмәй ҡала.
Һөйгәнеңә әйтер һүҙ ҙә
Ваҡытында етмәй ҡала.
Йөрөгәнеңдә булмай ваҡыт
Үҙ-үҙеңде дауаларға.
Ауғас ҡына һағындыра
Сығып йөрөү һауаларға.
Һаман шулай йәшәйбеҙ бит
Аҡланыуҙан ары китмәй:
Ваҡыт етмәй!..
Көндәр етмәй, йылдар етмәй,
Ғүмер етмәй...
1978 йыл.