Әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән баш ҡалабыҙҙа байтаҡ сара уҙғарыла. Мәҫәлән, “Әҙәби троллейбус” акцияһын йәмәғәтселек йылы ҡабул итте. Республикабыҙҙың төрлө гәзит һәм журнал редакциялары ойоштора уны. Әгәр шул маршрутҡа эләкһәң, яҙыусыларҙы яҡындан күреү, уларҙың үҙ әҫәрҙәрен уҡығанын тыңлау, автографтар алыу бәхете тәтей. “Бында уҡыйҙар” акцияһына ярашлы, дауаханаларҙа һәм башҡа социаль учреждениеларҙа китап кәштәләре барлыҡҡа килде. Өфөнөң Яңы күпер урамында урынлашҡан күп функциялы үҙәк тә ошо күркәм башланғысты хуплап сыҡты. Хәҙер бында төрлө документтар юллау өсөн килгән ата-әсәләргә яңы мөмкинлек тыуҙы. Улар балаларын уҡыу залына ҡалдыра ала.
— Беҙгә балалары менән йыш киләләр, – ти дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре Лилиә Миңлина. – Кескәйҙәр ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн уйнау бүлмәһендә китапхана булдырҙыҡ. Бында килгән һәр кем китап ҡалдыра ала.
— Бөгөнгө заманда уҡыу өсөн уңайлы урын табылып тора, – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. – Шуға ла ошондай ерҙәрҙә уҡыу залы ойошторорға тәҡдим иткәйнек. Күп функциялы үҙәк етәкселегенә башланғысты хуплап ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Был йәһәттән хеҙмәттәшлекте дауам итәбеҙ.
Яңы асылған уҡыу бүлмәһен китап менән байытыуға республикабыҙҙың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ярайһы уҡ тос өлөш индерҙе: уның баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә яңы сыҡҡан баҫмаларҙы бүләк итте. Ә инде танылған балалар яҙыусылары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм Рәшиҙә Биктың сығышын кескәйҙәр ихлас ҡабул итте.