Асылына тоғро ижадсы04.09.2015
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Нурмөхәмәтов — республикабыҙҙың иң данлыҡлы ҡылҡәләм оҫталарының береһе. Үҙ дәүерендә ул халҡыбыҙҙың аҫыл сәнғәт әһелдәре Әхмәт Лотфуллин, Ғәлиә Имашева, Мөхәмәт Арыҫланов, Александр Кузнецов, Александр Бурзянцев, Тамара Нечаевалар менән аралашып йәшәгән. Айырыуса Порфирий Лебедев, Александр Тюлькин кеүек оло быуын ижадсыларын ихтирам иткән. Тәүге башҡорт рәссамдарының береһе Ҡасим Дәүләткилдеев менән дуҫ булған. Иң мөһиме — Рәшит Мөхәмәтбарый улы, остаздары кеүек, бына тигән алмаш ҡалдырған. Улар араһынан Зөфәр Ғаянов, Урал Мөхәмәтшин, Наил Байбурин, Сергей Игнатенко, Фәйзрахман Исмәғилев кеүек ҡылҡәләм оҫталарының исемен генә атау ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй.
Рәшит Нурмөхәмәтовтың ижадында тематика киң. Автор бөтә төр жанрҙа ла үҙен талантлы ҡылҡәләм оҫтаһы тип таныта. Хатта иң нескә һәм иң ауыр жанр һаналған портретта уңыш ҡаҙана. Быға миҫал итеп мәктәп дәреслегендә өйрәнелгән “А.П. Чехов Башҡортостанда”, “РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған артисы Зәйтүнә Насретдинова”, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы В.А. Ғиззәтуллин”, “Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Мостай Кәрим” һәм “Башҡортостандың халыҡ композиторы Заһир Исмәғилев” тигән әҫәр­ҙәрен күрһәтергә мөмкин.
Рәшит Нурмөхәмәтовтың ижадында хеҙмәт кешеһенә арналған әҫәрҙәр ҙә байтаҡ. Улар араһынан “Эш көнөнән һуң”, “Нефтсе Ғәфүр” тигән карти­наларҙы билдәләргә мөмкин.
Рәссам Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарын һынландырыуға ла ҙур көс түккән. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап ул “Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов”, “Советтар Союзы Геройы Ш. Сөләй­мәнов”, ”Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Даян Мурзин”, “Элекке миномет расчеты командиры С. На­фиҡов” тигән әҫәрҙәр ижад иткән.
Авторҙың социализм осорона ҡараған тарихи әҫәрҙәре араһында “В.И. Лениндың РСДРП-ның Икенсе съезындағы сығышы” тигән карти­наһы иғтибарға лайыҡ. Ҡатмарлы композициялы, тәрән йөкмәткеле әҫәрҙең киңлеге метрҙан ашыу. Юлбашсыға арналған икенсе бер әҫәре “Ленин Өфөлә” тип атала. Ул тәүгеһенең дауамы булараҡ ижад ителгән. Картинала В.И. Лениндың баш ҡалабыҙға килгән мәле һүрәтләнә.
Р. Нурмөхәмәтов илгиҙәр рәссам булараҡ танылыу яулаған: ул ҡайһы бер картиналарын сит яҡтарҙы барып күреп, танышып ҡайтҡас ижад иткән. Мәҫәлән, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Ә. Бикчәнтәевтең “Илсе ҡыҙы” тигән повесы тәьҫирендә рәссам Һиндостанға барып ҡайта, шунан яңы портреттарын ижад итә. Рәссам Себерҙә лә йәшәп ала, һөҙөмтәлә “Ял. Ханты ғаиләһе”, “Алыҫ Төньяҡ” тигән картиналары донъя күрә.
Атаҡлы ҡылҡәләм оҫтаһы Мәскәүҙә В.И. Суриков исемендәге художество институтының живопись факультетында уҡыған, ошо осорҙа уҡ илебеҙҙең баш ҡалаһында белем алған бер төркөм талантлы башҡорт йәштәре менән аралашҡан. Студент йылдарында уҡ уларҙың портреттарын яҙған. Мәҫәлән, танылған йырсы Баныу Вәлиеваның портреты нәҡ ошо йылдарҙа ижад ителгән дә инде. Башҡорт әҙибе Сәғит Агиштың портретын да рәссам Мәскәүҙә эшләгән.
Рәшит Мөхәмәтбарый улының биографияһына килгәндә, ул Өфөлә ябай эшсе ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 14 йәшлек көйө Өфө моторҙар эшләү заводына эшкә урынлашып, станок артына баҫа. Буш ваҡыттарында М.В. Нестеров исемендәге музейға йөрөй, был мәҙәниәт усағын ул үҙенең “тәүге уҡытыусыһы” тип иҫәпләй. Унда Левитан, Шишкин, Васнецов кеүек бөйөк сәнғәт әһелдәренең ижадына һоҡланып, үҙе лә рәссам булырға хыяллана. Артабан Өфө Пионерҙар һарайындағы Балалар сәнғәт мәктәбендә белем ала. Тәүге уҡытыусыһы рәссам В.С. Сарапулов, оҫталығын, сәнғәтте мөкиббән яратыуын күреп, Рәшиткә төрлө яҡлап ярҙамлаша.
Рәшит Нурмөхәмәтовтың исеме бөгөн дә онотолмай. Оло йөрәкле ҙур талант эйәһе үҙ асылына тоғро ҡалды: халҡыбыҙға бай рухи мираҫ ҡалдырҙы. Улар киләсәк быуындарҙы ла һоҡландырмай ҡалмаҫ.









Вернуться назад