Бала күңелле әҙип24.02.2012
Бала күңелле әҙипЯҙыусы-педагог Әхмәт Әһлиуллиндың исеме китап һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уны күптәр “Эстәрле” романы авторы булараҡ белә. Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауылында, үҙенең тыуған төйәге Таласта уҡытыусылыҡ итте, мәктәп директоры вазифаһын намыҫ менән үтәне. Ул етәкселек иткән осорҙа был мәктәп ете йыллыҡтан һигеҙгә, аҙаҡ ун йыллыҡҡа үҙгәртелде. Әхмәт ағай кирбестән яңы белем усағы бинаһы, уҡытыусыларға йорт төҙөтөү өсөн янып эшләне. Мәктәптә тергеҙеү эштәрен бөтөргәс, директорлыҡтан сығып, шунда химия һәм биология фәндәренән уҡытты.
Яҙыусы биографияһындағы был факт уның ябай холоҡло булмауы тураһында һөйләй. Минеңсә, ул күберәк ваҡытын ижадҡа арнау өсөн шулай кәрәк тип тапҡан да, башын етәкселек эше мәшәҡәттәре менән тултырмаҫҡа ҡарар иткән. Уның аҙ һүҙле, тырыш икәнлеге хаҡында Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы Булат Рафиҡов йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдырған. Әхмәт Әһлиуллиндың бер әҫәрендә идеологик хата тапҡан булып, күп яҙыусылар уға юл ябырға тырышҡанда, шул Булат ағай, күренекле ғалим, яҙыусы Әнүр Вахитов менән Әмир Гәрәевтәр, өсәүләп, уны яҡлап сыға...
Әхмәт ағайҙың “Әбей рулдә” исемле тәүге әҫәре 1964 йылда “Ленинсы” республика йәштәре гәзитендә баҫыла. Етмешенсе йылдарҙа бер-бер артлы нәҫер, новелла, хикәйәләр, балалар өсөн урман әкиәттәре донъя күрә. 1974 йылда “Беҙ урманда йәшәйбеҙ” тигән тәүге китабы сыға. “Әсә мөхәббәте”, “Һандуғас инәй” кеүек повестары менән уҡыусыларҙы һөйөндөрә.
Шунан һуң бер аҙ күңел төшөнкөлөгө кисерһә лә, әҙәбиәттән ситләшмәй, “Эстәрле” романына тотона, уның өҙөктәрен “Ағиҙел” журналында баҫтырыуға өлгәшә.
Яҙыусының ижады хаҡында һүҙ әйтергә булғас, уның баҫылып сығырға өлгөрмәгән ижад емештәрен һанап үтеүҙе кәрәк тип таптым. Ҡурсаҡ театры өсөн пьесаһы, кескәйҙәр өсөн “Беҙгә ҡыш килгәс” тигән әкиәт-повесы, урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнгән “Аҡҡош Иҙеле малайҙары” (Бәлки, ул “Һағыныр әле Аҡҡоштау” исеме аҫтында баҫылғандыр) һәм “Ҡәһәрле бала” повесы, шулай уҡ байтаҡ хикәйә, нәҫер, новеллаларының нәшриәттә сират көтөүе тураһында мәғлүмәт бар.
Баҫалҡы ғына яҙыусыбыҙ иҫән булһа, быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөндә 85 йәшлек юбилейын билдәләр ине. Киләһе йыл уның яҡты донъя менән хушлашыуына ун йыл буласаҡ. Әле һаналып үткән әҫәрҙәренең баҫылыуы хаҡында ишеткәнем булманы, уларҙы сығарыу яйын табырға кәрәк ине. Яҙыусының әҙәби архивы хаҡында ҡайғыртыусы кешеһе лә юҡтыр инде. Еңгә лә был донъянан киткән тип ишетелде. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр үтемле икәнлеген нәшриәт хеҙмәткәрҙәре яҡшы белә. Әхмәт Әһлиуллиндың ҡулъяҙмаларын табып, сауаплы эшкә тотонһағыҙ шәп булыр ине.
Яҙыусының төп хеҙмәте булып 1996 йылда баҫылып сыҡҡан “Эстәрле” тарихи роман-хроникаһы тора. Автор икенсе китабын да тамамлай. Ул “Кендек ҡаны тамған ер” тигән исем аҫтында 2002 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыға. Был китапҡа исемде Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының элекке әҙәби кәңәшсеһе, хәҙер үҙе лә мәрхүмә Зөбәржәт апай Йәнбирҙина биргәнен белә инем. Яҙыусының 75 йәшенә бағышланған юбилей кисәһендә, типография еҫтәре аңҡып торған китапты һатып алып, авторҙан автограф алыуыма шатланам. Әхмәт ағайға ҡалабыҙ хакимиәте бер бүлмәле фатир бүләк итеүе тураһында ишеткәйнем. Аралашырға бик үк тура килмәгәс (йыйылыштарҙа ғына күрешә инек), фатирының игелеген дә күреп өлгөрмәйенсә, шул йәштә лә мал аҫрап, үҙе бесән сабып, донъя көткән яҙыусы-педагогтың 76 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсеүен ишетмәй ҡалғанмын. Һуңғы йылдарҙа Әхмәт ағайҙың ижады хаҡында йылы һүҙ яҙырға теләүселәр ҙә булманы шикелле. Уның иң мөһим оло хеҙмәте “Эстәрле” романы хаҡында Булат ағай Рафиҡов яҙып ҡалдырған һүҙҙәрҙе килтерәм: “Роман үткән быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙы яҡтыртыуы, Башҡортостандың эре мәҙәниәт үҙәген — Стәрлетамаҡ ҡалаһында алдынғы ҡарашлы милли интеллигенцияның нисек яралыуын ышандырырлыҡ итеп күрһәтеүе менән ҡиммәтле, романда иҫтә ҡалырлыҡ үҙенсәлекле геройҙар һәм йәнле эпизодтар етерлек...”
Белешмә кимәлендәге был мәҡәләне Әхмәт Кәбир улының “Кендек ҡаны тамған ер” романының тәүге битендә яҙылған фекер менән тамамлағы килә: “Тәбиғәттә һалҡынлыҡ — йылылыҡтың, тормошта осраған бәхетһеҙлек изгелектең ҡәҙерен белеү өсөн кәрәк түгелме икән?” Эйе, был һорау тереләргә бирелә. Тар күңелле булмайыҡ, изгелек нурҙарын сәсәйек, тигән бит Әхмәт ағай үҙенең васыятнамәһендә.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад