Моңдоң милләте юҡ, моңдоң көсө бар24.02.2012
Моңдоң милләте юҡ, моңдоң көсө бар— Быға тиклем әле бер генә ҡурайсының да, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын шығырым тултырып, ике көн буйына тамаша күрһәткәне булманы, — тине күренекле ҡурайсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, концерт хаҡында фекерен һорағас. — Ә бит залда башҡорттар ғына ултырманы. Тамашасы араһында татарҙар ҙа, урыҫтар ҙа, йәһүдтәр ҙә, башҡа милләт вәкилдәре лә бар ине.
Ниндәй концерт хаҡында һүҙ бара, тиһегеҙме? Виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев үҙенең дуҫтарын музыкаль фестивалгә йыйҙы.
Баш ҡала ҡунаҡтарының береһе — Тыванан килгән “Хуун-Хуур-Ту” коллективы. Улар, донъяның алтмышлап илендә сығыш яһап, Голливуд фильмдарында саундтректар менән ҡатнашып, халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә үҙҙәрен танытҡан, ВВС-live music премияһына лайыҡ булған.
Был төркөмдөң музыканттары игил, дошпулуур, бызаанчы һәм кенгирге (барабан), шоор (хас беҙҙең ҡурай, сор ҡурай ҙа булған бит беҙҙә), дуюг (ат тояғы), хапчык (үгеҙ тиреһенән эшләнгән, тауыш эффекты бирә торған инструмент) кеүек милли халыҡ уйын ҡоралдарында уйнап, тамаҡ төбө менән өзләп йырлап сығыш яһаны.
Төркөмдән берәйһенең ҡулына ҡурай тотоп уйнап ебәреүе тамашасыларҙы иң аптыратҡаны булғандыр. Шоор тип аталған был инструменттың тауышы хас та ҡурайҙыҡы кеүек ине. Башҡарыусыһы үҙе лә башҡортҡа оҡшап тора. Исеме лә — Радик. Фамилияһы Тюлюш. Ҡыҙыҡһынып, икенсе көндә лә тамашаға барғас, Тыва артистары янына инеп, музыканттар менән таныштым. Радиктан, тамырҙарыңда башҡорт ҡаны бармы әллә, тип һораным. Инструментын тотоп ҡараным.
— 1917 йылға хәтлем беҙҙә уйнағандар шоорҙа, — тине ул. — Аҙаҡ онотолған. Бына һуңғы ваҡытта тергеҙелә башланы. Йәштәр ҙә өйрәнә.
Пластмассанан эшләнгән шоорҙың уйылған тишектәренә хәтле ҡурайҙыҡы һымаҡ.
— Өҫ яғында өс тишек кенә ине, тағы ла берҙе уйып алғас, тауышы моңлораҡ яңғырай башланы, — ти Радик. — Ағастан да эшләргә мөмкин. Тик был йөрөтөргә яйлы.
— Ә һеҙҙә тәбиғәттә үҫкән ҡурай бармы?
— Эйе, бар. Ләкин ул бына ошолай йыуан, — тип баш бармағы менән һуҡ бармағын тоташтырып күрһәтә.
Эстән генә уйлап ҡуйҙым, беҙҙәге көпшә хаҡында һүҙ бармаймы икән, тип.
“Ай-һай, был ҡурай ҡасандыр Себер яҡтарына һөрөлгән башҡорттарҙың һаҡланып ҡалған уйын ҡоралы түгелме икән?” — тип иптәшем дә күңелгә уй һалып ҡуйҙы. Нисек кенә булһа ла, тыва музыканты беҙҙең ҡурай сығарған кеүек моңдарҙы башҡарып күрһәтмәне.
— Сөнки шулай уйнар өсөн уларҙың беҙҙеке һымаҡ тетрәткес халыҡ йырҙары юҡ, — тине Юлай Ғәйнетдинов.
Эйе, һәр милләттең үҙ тарихы, үҙ моңо. “Хуун Хуур-Ту” төркөмөнөң художество етәксеһе Бапа Саян әйткәнсә, уларҙа тамаҡ төбө менән өзләп йырлау киң таралған. Рәсәйҙең һәм Тываның атҡаҙанған артисы, төркөмдөң аҡһаҡалы, йөҙәрләгән халыҡ йырын белгән Ховалыг Кайгал-Оол, шулай уҡ Тываның атҡаҙанған артисы Тюлюш Радиктың һәм Бапа Саяндың, Сарыглар Алексейҙың өзләүҙәрендә ниндәй генә тауыш ишетмәнек: флейта моңо ла, ҡоштар һайрауы ла, урман шауы ла, ат бышҡырыуы ла, сылтырап һыу ағыуы ла, мәңгелектең ауазы ла... Тәнәфес ваҡытында төркөмдөң дисктарын, видеояҙмаларын моңға арбалған тамашасылар тиҙ арала һатып алып та бөттө.
— Был төркөмдөң яҙмаһы ун йыл самаһы элек килеп эләкте миңә, — ти Роберт Юлдашев. — Әллә нисә сәғәт буйына айырыла алмай тыңланым. Улар менән бергә сығыш яһаһаң икән, тип уйланым.
Роберттың был теләге Аллаһы Тәғәләнең “Амин!” тигән сағына тура килгәндер, күрәһең. Әлеге концертта ул, ҡурайы менән “Хуун Хуур-Ту” музыканттарына ҡушылып, Өфө тамашасыһы алдында тәүге тапҡыр бергә сығыш яһаны. Иҫ китмәле булды улар башҡарыуында “Тайга тауышы” тигән композиция. Ә нисек таныша һуң Роберт Юлдашев “Хуун Хуур-Ту”лар менән? Был һорауға төркөмдәренең продюсеры Александр Чепарухин былай тине:
— Йыл һайын үтә торған “Сотворение мира” халыҡ-ара йәнле музыка фестивале былтыр йәй Ҡазанда үтте. Унда ҡатнашыусылар әллә күпме ваҡыт алдан үҙҙәре хаҡында хәбәр итеп, тыңланып ҡарағандан һуң ғына һайлап алына. Ә Роберт Юлдашев, үҙенең коллективы менән фестивалгә килеп, тыңлап ҡарауҙарын һораны. Сығыштары беҙҙе таң ҡалдырҙы, шуға ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе ситкә ҡуйып, уларға уйнарға мөмкинлек бирҙек. Ҡазан урамдарында йыйылған 200 мең халыҡ Роберт Юлдашевты һәм уның “Ҡурайсы” төркөмөн алҡыштарға күмде. Һөҙөмтәлә, “Фестиваль асышы” тигән бүләккә лайыҡ булдылар.
Бына ошо фестивалдә таныша ла инде “Хуун Хуур-Ту” һәм “Ҡурайсы” төркөмдәре. Ғәжәп үҙенсәлекле Тыва музыканттары менән Өфө халҡын да таныштырыу ниәтенән сығып, Роберт Юлдашев уларҙы әлеге фестивалдә Башҡортостанға саҡыра. 20 йыл буйы донъяның бөтә ҡитғаларында ла гастролдәрҙә йөрөгән Тыва артистарының сығышы баш ҡала музыка һөйөүселәренә ҙур бүләк булды.
Фестивалдең икенсе ҡунаҡтары — Санкт-Петербургтан “Терем-Квартет” төркөмө. Улар менән Роберт Юлдашев “Рәсәй-Мәҙәниәт” телеканалында үҙ төркөмө менән бергә сығыш яһағанда таныша. Бында тик иң көслө фольклор коллективтары ғына һайлап алынған була.
“Терем-Квартет”тың ойошторолоуына — 25 йыл. Ошо ваҡыт эсендә улар 60-тан ашыу илдә булып, 2500-ҙән күберәк концерт биргән. Музыканттарҙың репертуарында 500-ҙән ашыу классик һәм заман композициялары тупланған. 17 диск сығарғандар. 1994 йылда Иоан Павел II саҡырыуы буйынса Ватиканда ла сығыш яһағандар, фильмда төшкәндәр. Өфө тамашасыларын донъя халыҡтарының фольклор музыкаһын виртуоз уйнауҙары менән һоҡландырҙылар.
Ике көн буйы юғары кимәлдә башҡарылған моңдо тыңлап кинәнде баш ҡала халҡы. Башҡа концерттарҙағы һымаҡ сәхнә күҙ ҡамаштырырлыҡ итеп биҙәлмәгән. Артта — ҡара шаршау, алда — башҡарыусылар, сәхнәлә — яҡтылыҡ һәм музыка, залда — моң. Тамашасыларҙың ҡайһы берҙәре, күҙҙәрен йомоп, ләззәтләнеп тыңлай.
— Италияла, Ла-Скала сәхнәһендә лә иғтибарҙы ситкә йүнәлтерлек бер нәмә лә юҡ, ап-аҡ нур аҫтында ҡойоноп, кинәнеп уйнайһың, шул яҡтылыҡты залға — тамашасыларға кире ҡайтараһың, — ти Роберт. — Сығыш яһап бөткәндән һуң бер ханым беҙҙең янға килде лә: “Мин һеҙҙең уйнағанды күҙҙәремде йомоп тыңланым. Йәшел бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, зәңгәр йылғалар, икһеҙ-сикһеҙ далалар, әйтеп аңлатып бөткөһөҙ гүзәл ерҙәрҙе күрҙем. Һеҙ ҙә беҙҙең Швейцариянанмы әллә?” — тип һораны.
Сит илдәге был ханымдың әйткәндәренә ғәжәпләнәһе түгел. Роберт Юлдашев ҡурайҙа, ә уның төркөмө төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған саҡта тотош тарихыбыҙ күҙ алдынан үткән кеүек була. Романдарға һыймалы ваҡиғалар бер-бер артлы теҙелә. Нисә тапҡыр халҡыбыҙ азатлыҡ яулар өсөн ихтилалдарға күтәрелә, нисә тапҡыр илен, ерен яҡлап яуға сыға, күпме ҡорбан ятып ҡала, ниһайәт, илгә тыныслыҡ ҡайта. Тамашасы моң менән бер бөтөн булып ҡушыла, шул ваҡиғалар уртаһында йөрөй, бергә кисерә, ғазаплана, һағышлана, ҡыуана... Музыканың тәьҫир көсө иҫ киткес! Ошоларҙы тойҙора алыу, күңелебеҙҙе уятыу, рухыбыҙҙы күтәреү көсөнә эйә юғары сәнғәт! “Ҡурайсы” төркөмөнөң композиторы, көйҙәрҙе аранжировкалаусыһы Азамат Йәғәфәров, барабанда, дөңгөрҙә уйнаусы бер туған Рәфис менән Рәсим Лоғамановтар, думбырасы, гитарасы Евгений Чугаев, йырсы, “Дуҫлыҡ йыры” конкурсында гран-при яулаусы Зилиә Бәхтиева, бейеүсе Гүзәл Исламғолова тыуҙырған был сәнғәтте. Алты йыл элек төҙөлгән төркөмдөң һәр музыканты — төрлө конкурстарҙа еңеүселәр һәм лауреат исемдәре яулаусылар.
Роберт Юлдашев — ҡурайҙы, халҡыбыҙҙың боронғо музыкаль инструменты булараҡ, донъя кимәленә сығарған данлыҡлы яҡташыбыҙ. Ул Владимир Спиваков етәкселегендәге “Мәскәү виртуоздары” оркестры менән бергә сығыш яһаған. Ҙур театр оркестры менән нәфис фильмдарға саундтректар, “Электрон” композитор Марат Татурас менән заман электрон музыкаһына ҡурайҙы ҡушып, “Haua” клуб проекты яҙҙырған. Билдәле актерҙар Николай Носков һәм Гарик Сукачевтар менән бергә сығыш яһаған. Гарик Сукачевтың “Ҡояш йорто” тигән кинофильмында ла Роберттың ҡурай моңо яңғырай. Был күренеште бөтә донъяға әрмән дудугын танытҡан легендар музыкант Дживан Гаспарян менән сағыштырырға мөмкинлек бирә. Тимәк, моңло ҡурайыбыҙҙы киләсәктә донъяның бик күп илдәрендә лә ишетәсәктәр әле.
Башҡортостанда үткән ҡурай байрамдарында дүрт тапҡыр гран-при яулаған, республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашевты башҡа милләт халыҡтарын да башҡорт моңо, башҡорттоң бөйөк ҡурайы менән таныштырыу өсөн ил, донъя буйлап оло сәфәрҙәре көтә.
— Тиҙҙән коллектив Рәсәй буйлап ҙур гастролдәргә юлланасаҡ, — тиҙәр Өфөләге SHAW-SHOW Entertaiment продюсер үҙәге директоры Заһир Ҡотлосурин менән “Мәҙәни ҡала” продюсер үҙәге етәксеһе Рөстәм Бикмөхәмәтовтар. Ә уға тиклем “Ҡурайсы” төркөмө менән Роберт Юлдашевты Санкт-Петербургка ла саҡыралар.
“Нефтсе” мәҙәниәт һарайындағы тамашанан һуң концерт хаҡында фекерҙәрен белер өсөн ике данлыҡлы ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов менән Азат Айытҡоловҡа мөрәжәғәт иттем. Һәм юҡҡа ғына түгел. Улар өсөһө лә — күренекле ҡурайсы-педагог Әҙһәм Исҡужиндың уҡыусылары. Ә Юлай Ғәйнетдинов — Роберт Юлдашевтың да уҡытыусыһы. Бынан байтаҡ йылдар элек, Роберт алтынсымы-етенсеме класта уҡығанда булғайны филармонияның бәләкәй залында ҡурайсылар концерты. Уны Юлай ойошторғайны. Өлкәндәр сығыш яһап бөткәс, Юлай Робертҡа һүҙ бирер алдынан былай тине: “Ҡарағыҙ ҙа Роберт Юлдашев тигән исем-шәрифте иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Өфөлә тыуып, атаһы инженер, әсәһе врач булған ғаиләлә үҫкән ҡала балаһы ҡурайҙа нисек оҫта уйнай. Киләсәктә ул данлыҡлы ҡурайсы буласаҡ”. Юлайҙың ошо һүҙҙәрен килтереп, әлеге концерт хаҡында үҙем эшләгән “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитендә мәҡәлә лә баҫтырғайным. Роберттың фотоһы ла бирелгәйне. Әүлиәлеге булған икән: Юлайҙың юрауы юш килде. Бөгөн Роберт — Башҡортостанда иң танылған ҡурайсыларҙың береһе. Тамашасы һәр сығышын “Афарин!”, “Браво!” кеүек һоҡланыу һәм ҡеүәтләү һүҙҙәре менән алҡышланы.
— Бындай кимәлдәге концерттарҙы Мәҙәниәт министрлығы ойошторорға тейеш тә бит, — тине күренекле ҡурайсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов. — Роберт Юлдашевтың үҙ моңо ғына түгел, ә тормошҡа, донъяға үҙ ҡарашы бар. Ҡайһы берәүҙәр шикелле ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шул яҡҡа бөгөлмәй. Ундайҙар уртаҡул етәкселәрҙең фекерләүенә тап килмәй. Шуға күрә Робертты Хөкүмәт концерттарында сығыш яһарға программаға индермәйҙәр. Талантлы ҡурайсы күптән “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.
— Был кешенән көслө энергетика килә! Ҡурайҙан шул тиклем моң сығарып була икән тип һис уйламағайным быға тиклем.
Әлеге һүҙҙәрҙе беҙҙең башҡорт әйтмәне. Тамашанан таралышҡан урыҫтар шулай үҙ-ара һөйләшә ине. Моңдоң милләте юҡ. Уның көсө бар. Илаһи көсө. Ошо көстө бүләк итте беҙгә Роберт Юлдашев.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Вернуться назад