Кеше02.09.2015
Кеше хисе
Ҡатламдарҙа ятҡан руда төҫлө,
Еңел түгел уны табыу
һәм ҡуҙғатыу.
Ләкин бер таптыңмы,
Бел: енәйәт уны ҡәҙерһеҙләү
Һәм юғалтыу.
Иң яҡшы хис –
Кешеләргә шәфҡәтлелек.
Был кешелә – иң оло көс.
Әммә беләм: кеше күңелен
аңлау өсөн,
Барлау өсөн уның бөтә
матурлығын,
Хоҡуҡ кәрәк
Керергә дуҫ күңеленә.
Ә унда юл тик бер генә:
Гүзәллекте юлдаш итеп ал
ғүмергә;
Гүзәл булһын эшең,
Гүзәл булһын һүҙең,
Хисең.
Ерҙә иң ҙур гүзәллек –
Кеше тигән исем.
2009 йыл.