Кешегә нимә етмәй?01.09.2015
Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй:
Ҡара икмәк булһа, аҡ етмәй,
Шыуышып йөрөгән саҡта – аяҡ етмәй,
Йәйәү йөрөгән саҡта – ат етмәй,
Аты булһа, машинаһы етмәй,
Осор өсөн ракетаһы етмәй...
Планетаһы етмәй...
Күк етмәй...
Был кешегә ифрат күп етмәй.

Шул кешегә ләкин ҡайсағында,
Баштарына ҡайғы төшөпмө,
Бинахаҡҡа ғәйеп күтәрепме,
Ғәмһеҙлектән йәне өшөпмө,
Ап-аҡты ла ҡап-ҡараға буяп,
Матурҙы ла йәмһеҙ күргәндә,
Яҡты донъя менән бәхилләшеп,
Һәләкәтен эҙләп йөрөгәндә, –
Шул юлынан тартып алыр өсөн
Был кешегә ифрат аҙ етә:
Бер йылы һүҙ –
Күңел иретерлек наҙ етә!

1965.


Вернуться назад